06:37 (UTC+5), 06 Декабря 2012

Өфөлө Айвар Ғафуров – кикбоксинг буйынса Европа чемпионы

Айҙар Зәкиев, Әлим Фәйезов
Румынияның баш ҡалаһы Бухареста кикбоксинг буйынса Европа чемпионаты тамамланды. Ярыштарҙа донъяның төрлө илдәренән 35 спортсы ҡатнашты. Башҡортостан вәкиле, 25 йәшлек халыҡ-ара класлы спорт мастеры Айвар Ғафуров был бәйгелә алтын миҙал яуланы.
Турнирҙың тәүге ярыштарында Айвар Франциянан Грен Григорьев, Төркиәнән Ерхан Йулфуз, Румыниянан Андреа Костеа менән көс һынашып, еңеп сыҡты.
— Финалда ике метрлыҡ поляк спортсыһы Камиль Рута менән көс һынаштым, - тип һөйләне чемпион. – Ул үҙенең физик көсө ярҙамында барыһын да еңеп килгән. Минән ярты башҡа оҙонораҡ һәм ауырыраҡ. Татамиға сыҡҡас, тик техникаға һәм уңышҡа ғына өмөт иттем. Тәүге ике раундта контратака эшләнем, аҙаҡҡы раунд бик ауыр булды. Һуңғы көсөмдө йыйып, аҙаҡҡаса көрәштем һәм поляк спортсыһын бер аҙға ғына артта ҡалдырып, еңеп сыҡтым. Еңеүемә ысын күңелдән шатмын. Бер аҙ ял итеп алғандан һуң, Рәсәй чемпионатына әҙерләнә башлаясаҡмын.
1 из 2
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика