Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
81.83
-0.38
94.95
-0.05
71.92
-0.55
20+ °C
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
5 Декабрь 2012, 12:18

Марат Вәхитов «Ижтимағи электрон гәзит» уҡыусыларының һорауҙарына яуап бирә

5 декабрҙә «Ижтимағи электрон гәзит» (www.i-gazeta.com) сайтында Федераль һалым хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығы етәксеһе Марат Вәхитовтың онлайн-конференцияһы бара.
Урындағы ваҡыт менән 11-ҙән 12-гә тиклем «Ижтимағи электрон гәзит» сайтына ингән һәр кеше, «Һорау бир!» бүлегендәге тейешле форманы тултырып, уға мөрәжәғәт итә ала. Төшкө 12-лә һорауҙар ҡабул итеү туҡтатыласаҡ.
Интернет ҡулланыусылар өсөн i-gazeta.com сайтынан видеотрансляция«Башинформсвязь» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең техник ярҙамында бойомға ашырыла.
Марат Вәхитовтың интернет-берләшмә менән аралашыуы «Ижтимағи электрон гәзит» сайтында һәм «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының яңылыҡтар теҙмәһендә лә сағылыш табасаҡ.
Рендеринг һәм конвертациянан һуң «Ижтимағи электрон гәзит» сайтында онлайн-конференциянан тулы видеоотчет биреләсәк.
Автор:Сергей Захаров
Читайте нас: