09:37 (UTC+5), 05 Декабря 2012

Өфөлә Константин Хабенскийҙың барлыҡ ижади студияларында шөғөлләнгән балалар йыйыласаҡ

Розалия Вәлиева
2013 йылдың июнендә Өфөлә Константин Хабенскийҙың хәйриә фонды ҡарамағындағы ижади үҫеш студиялары араһында «Ҡауырһын-2013» («Оперение») бөтә Рәсәй фестивале үтә. Был хаҡта «Родина» кинотеатрында үткән матбуғат конференцияһында актер үҙе хәбәр итте. Өфөгә ул фестивалде ойоштороу мәсьәләһен хәл итеү һәм Өфө студияһында оҫталыҡ дәресен үткәреү маҡсатында килгән.
— Өфөгә барлыҡ 13 ижади үҫеш студияһында шөғөлләнгән балаларҙың килеүе көтөлә, - тип хәбәр итте Константин Хабенский. – Йәмғеһе 450-нән ашыу бала. Бында, Екатеринбургтағы кеүек үк, тәжрибәле актерҙар ҡатнашлығында оҫталыҡ дәрестәре һәм тренингтар үткәреләсәк. Бәлки, урындағы кино индустрияһы вәкилдәре лә саҡырылыр.
Константин Хабенскийҙың ижади үҫеш студияһы Өфөнөң 49-сы мәктәбендә 2011 йылдың көҙөндә асылды. Бындай студиялар Рәсәйҙең байтаҡ ҡалаларында эшләй. Балалар уларҙа бушлай шөғөлләнә.
— Беҙ буласаҡ кино һәм театр актерҙарын әҙерләмәйбеҙ, - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Константин Хабенский. – Беҙҙең өсөн баланы ҡыҙыҡһындырыу, илһамландырыу мөһим. Тәүге һөҙөмтәләр ҙә бар: күп йылдар тотлоғоу менән яфаланған бер бала иркен һөйләшә башланы. Икенсе төркөмдә аралашмаусан, йомоҡ бер малай, студияла ике йыл шөғөлләнгәндән һуң, үҙенең төркөмөндә лидер булып йөрөй.
Константин Хабенский һүҙҙәренсә, уның коллегалары балалар менән бушлай шөғөлләнә. Өфөгә Леонид Ярмольник, Елизавета Боярская кеүек билдәле актерҙар килеп китте.
— Йылдан йыл балаларҙың үҫеш кимәле күтәрелә бара. Урындағы педагогтарҙың оҫталығы һәм профессионаллеге көслө йоғонто яһай, - тип билдәләне Константин Хабенкий.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика