13:36 (UTC+5), 03 Декабрь 2012

Тимур Хәкимов: «Беҙҙең һәр кемебеҙ балаларға байрам бүләк итә ала»

Марина Шумилова
Халыҡ-ара инвалидтар көнөндә Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы инспекторҙары һәм Өфө ҡала Советы депутаты Тимур Хәкимов Өфө ҡалаһы Калинин районында урынлашҡан насар күргән балалар өсөн коррекцион мәктәп-интернатта булды. Улар балаларға ҡиммәтле бүләктәр алып килде, ә 112-се дөйөм белем биреү мәктәбе уҡыусылары уйын формаһында үҙеңде юлда дөрөҫ тотоу ҡағиҙәләре хаҡында һөйләне, тип хәбәр итә ER.RU.
Ошо темаға уҡыусылар театрлаштырылған тамаша ла күрһәтте.
— Балаларға ысын байрам бүләк итә алыуыбыҙға сикһеҙ шатбыҙ. Балалар өсөн матур тамаша әҙерләгән беҙҙең бәләкәй инспекторҙарға ла рәхмәт. Бөгөн алған мәғлүмәт улар өсөн файҙалы булыр, тип ышанам. Миңә шулай уҡ интернат урынлашҡан бина ла оҡшаны – бында йылы, яҡты, балалар өсөн барлыҡ шарттар булдырылған. Был республика һәм ҡала властарының бындай учреждениеларға тейешле иғтибар бүлеүе хаҡында һөйләй, - тип билдәләне Тимур Хәкимов.
Бындай акцияларҙы Өфө ҡала Советы депутаттары Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы хеҙмәткәрҙәре менән берлектә йыл һайын үткәрә. Мәктәп-интернаттарҙан тыш, улар Өфөнөң барлыҡ райондарында урынлашҡан бала йорттарына ла бара. Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы инспекторҙары балалар өсөн махсус викториналар әҙерләй, конкурстар һәм башҡа саралар ойоштора. Уларҙың барыһы ла юлдағы фажиғәләр һанын кәметеүгә йүнәлтелә.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика