10:16 (UTC+5), 27 Ноябрь 2012

Баш ҡалала йөҙөнсө тапҡыр күп балалы әсәләрҙе наградлау тантанаһы үтте

Эльмира Сабирова
Шишәмбе, 27 ноябрҙә, Өфөлә йөҙөнсө тапҡыр «Әсәлек даны» миҙалдары менән наградлау тантанаһы үтте. Биш һәм унан күберәк бала тәрбиәләгән 36 әсәгә юғары наградаларҙы Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Лилиә Ғүмәрова тапшырҙы.
— Әсәләрҙең көн һайын башҡарылған оло хеҙмәтенә дөрөҫ баһа биреү өсөн һүҙҙәр табыу ҡыйын. Ә күп балалы әсәләрҙең хеҙмәте икеләтә яуаплы һәм ауыр, - тине вице-премьер, наградлау тантанаһы алдынан сығыш яһап.
Башҡортостанда бөгөн ғаилә институтын нығытыу өсөн күп эштәр башҡарыла, яңы пособиелар булдырыла. Шулай итеп, мәҫәлән, 2013 йылдың 1 ғинуарынан йән башына уртаса килеме йәшәү минимумынан кәмерәк булған күп балалы ғаиләләр 1,5-3 йәштәрҙәге һәр балаға өс мең һум күләмендә өҫтәмә пособие аласаҡ. Бынан тыш, БР Президенты Указына ярашлы, күп балалы һәм мөмкинлектәре сикләнгән бала тәрбиәләгән ғаиләләр өсөн республикала ер участкалары бүленә. Лилиә Ғүмәрова һүҙҙәренсә, ер бүлеүгә 68 миллион һум аҡса һалынған да инде. Шулай уҡ күп балалы ғаиләләрҙең торлаҡ шарттарын яҡшырыту буйынса программа эшләп килә. Йыл һайын был маҡсаттарға 100 милион һумдан ашыу аҡса йүнәлтелә.
Әммә быға ҡарамаҫтан, вице-премьер фекеренсә, «иҡтисади платформаның ниндәй булыуына, дәүләттең күпме аҡса бүлеүенә ҡарамаҫтан, ҡатын-ҡыҙҙарҙы балаларға, ғаиләһенә булған һөйөу тойғоһо берләштерә».
— Һәр ҡатын-ҡыҙ, нисә бала тәрбиәләүенә, нимә менән шөғөлләнеүенә ҡарамаҫтан, бөгөн татыулыҡ, ныҡлы ғаилә тураһында хыяллана, балаларының киләсәге яҡты булыуын теләй, - тине Лилиә Ғүмәрова.
Тантаналы сарала 36 әсә ҡатнашты. Улар араһында хужабикәләр ҙә, ауыл хужалығында, производствола, бюджет өлкәһендә эшләгән ҡатындар ҙа бар. Һәр береһенең үҙенең яҙмышы, шатлыҡтары һәм хәстәрҙәре. Бөгөн уларҙың барыһы өсөн дә – шатлыҡлы көн.
1 из 14
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика