10:52 (UTC+5), 23 Ноября 2012

Республикала мәктәптәрҙә умартасылыҡ курстарын индереүгә 4 миллион һум аҡса бүленгән

Ғәлиә Нәбиева
Учалы районының Ураҙ мәктәбендә үткән зона семинарында умартасылыҡ тармағында юғары күрһәткестәргә өлгәшеү алымдары тикшерелде. Сарала Баймаҡ, Миәкә, Архангел, Нуриман, Шишмә, Благовар райондарынан 70-тән ашыу кеше ҡатнашты, тип хәбәр иттеләр муниципалитет хакимиәтенән.
— Учалы районында бал ҡорттарын үрсетеү иҡтисади йәһәттән отошло, сөнки башҡорт бал ҡорттары иң ҡаты климат шарттарында ла йәшәй ала, - тип иҫәпләй Башҡортостан умартасылыҡ һәм апитерапия буйынса ғилми-тикшеренеү үҙәге директоры Әмир Ишемғолов.
Шул уҡ ваҡытта умартасылыҡ тармағы сәскә атһын өсөн яҡшы белгестәр кәрәк. Республиканың бер нисә районында мәктәптәрҙә умартасылыҡ буйынса курстар үткәреү тураһында ҡарарҙар ҡабул ителде.
Ураҙ лицейы бындай уҡыу йорттарының береһе булып тора. 2007 йылдан мәктәптә «Умартасылыҡ» курсы уҡытыла, 96 уҡыусы умартасы танытмаһын алған да инде.
— Уҡыусылар дәрестә алған белемдәрен йәйге хеҙмәт практикаһы ваҡытында ғәмәлдә һынап ҡарай, нығыта. Мәктәп умарталығында 25-кә яҡын бал ҡорто күсе бар, - тип һөйләне лицей директоры урынбаҫары Гөлназ Азиханова.
Учалы районында умарталыҡтар Ураҙ мәктәбендә генә булдырылмаған. Яңы курстар шулай уҡ Ахун мәктәбендә һәм Озерный мәктәбенең Баттал ауылындағы филиалында индерелгән. Район хакимиәте башлығы урынбаҫары Зөһрә Гордиенко билдәләүенсә, уҡыусыларҙы умартасылыҡ серҙәренә төшөндөрөү һөнәри йүнәлештәге эштең яңы бер тармағы булып тора. Был халыҡ промыслаһы районда әүҙем үҫтерелә: бөгөнгө көндә 1700 бал ҡорто күсе иҫәпләнә, умартасылыҡ менән «Юрға» һәм «Юлдаш» исемле ике ауыл хужалығы предприятиеһы шөғөлләнә.
Квалификациялы белгестәр генә түгел, тейешле техник база ла тармаҡты уңышлы үҫтереүҙә нигеҙ булып тора. Республиканың мәғариф министры урынбаҫары Владимир Аристархов билдәләүенсә, ағымдағы йыл дауамында Урал аръғындағы белем биреү учреждениеларының уҡытыу курстарына программа индереү буйынса ҙур эш башҡарылған. Бөрйән районында тәүге семинар үткәрелгән, уҡытыусыларҙың квалификацияһын күтәреү курстары ойошторолған, 10-11 класс уҡыусылары өсөн уҡытыу пособиеһы баҫтырылған. Матди-техник базаны нығытыуға 4 миллион һум аҡса бүленгән, һөҙөмтәлә 23 бүлмә һәм 28 умарталыҡ йыһазландырылған.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика