Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
93.29
+0.04
99.56
+0.2
88.17
-0.28
13+ °C
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
23 Ноябрь 2012, 18:04

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов ҡатын-ҡыҙҙарҙы Әсә көнө менән ҡотланы

Ноябрҙең аҙаҡҡы йәкшәмбеһендә Рәсәйҙә Әсә көнө билдәләнә. Байрам алдынан Өфөнөң Конгресс-холында бөтә республиканан килгән әсәләр өсөн концерт ойошторолдо. Уларҙы был матур байрам менән Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов ҡотланы.
— Әсәләр темаһына бик күп һөйләргә була һәм был турала һөйләү кәрәк, - тип иҫәпләй Президент. – Ғаиләләре имен булмаған төбәк бәхетле була алмай. Һәр кеше өсөн өйҙәге йылы мөхит һәм әсә йылмайыуы мөһим. «Ҡатын-ҡыҙ йәшәгән йортта ҡояш та, шатлыҡ та бар», тип халҡыбыҙ бик дөрөҫ әйткән.
«Ҡатындар иңендә бала тәрбиәләү, ғаилә усағын һаҡлау, ғаилә ағзалары тураһында хәстәрлек күреү, өйҙә йылы мөхит булдырыу бурысы ята. Көндәлек хеҙмәтегеҙ менән донъя гармонияһын һаҡлайһығыҙ, беҙең тормошто яҡшыртаһығыҙ, мәңгелек рухи ҡиммәттәрҙе нығытаһығыҙ», тине Рөстәм Хәмитов, залда ултырған әсәләргә мөрәжәғәт итеп.
Президент билдәләүенсә, республика властары әсәлек, ғаиләне социаль яҡлау, бала тәрбиәләү мәсьәләләренә ҙур иғтибар бүлә. Ағымдағы йыл Башҡортостанда балалыҡты яҡлау һәм ғаилә ҡиммәттәрен нығытыуға арнала.
— Иғтибарыбыҙҙы аныҡ мәсьәләләрҙе хәл итеүгә йүнәлтәбеҙ, - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Рөстәм Хәмитов.
Киҫкен проблемаларҙың береһе булараҡ Президент бала баҡсаларына оҙон сираттарҙы атаны. Уларҙы ҡыҫҡартыу өсөн төбәктә бихисап мәктәпкәсә белем биреү учреждениелары төҙөлә. Үткән йылда ғына 11 мең урын булдырылды, 2012 йылда уларҙың һанын бер нисә тапҡырға арттырыу планлаштырыла. Был маҡсаттарға яҡынса 4-4,5 миллиард һум аҡса бүленгән.
— Быйыл мотлаҡ рәүештә 50 бала баҡсаһы файҙаланыуға тапшырыласаҡ. Өс йылдан был мәсьәлә республикала нигеҙҙә хәл ителер, тип уйлайым, - тине Рөстәм Хәмитов.
Президент иҫәпләүенсә, республиканың, бөтә илдең уңышлы үҫешеүе һәр айырым ғаиләнең имен булыуынан тора, шуға күрә ғаиләләргә, шул иҫәптән күп бала тәрбиәләгән ғаиләләргә социаль ярҙам күрһәтеү иғтибар үҙәгендә тора. Башҡортостанда 170 меңдән ашыу ғаилә бөгөнгө көндә дәүләт ярҙамы ала.
— Үткән йылдан башлап өс һәм унан күберәк бала тәрбиәләгән ғаиләләргә, шулай уҡ инвалид бала тәрбиәләгән ғаиләләргә бушлай ер участкалары бирелә. Уларҙы 3,5 меңдән ашыу ғаилә алды, - тип билдәләне Президент.
Бөгөн сиратта торған 13-15 мең ғаиләнең барыһы ла 2013 йылда, иң һуңында 2014 йылда, ер участкалары аласаҡ, тигән ышанысын белдерҙе Рөстәм Хәмитов.
— Һәм был участкалар ҡола яланда түгел, ә яҡшы инфраструктура – юлдар, газ, электр энергияһы менән тәьмин ителгән ерҙәрҙә буласаҡ, - тип өҫтәне республика башлығы.
Бынан тыш, ағымдағы йыл башынан бер юлы өс һәм унан күберәк бала тыуған ғаиләләргә торлаҡ сертификаттары тапшырыла. 2013 йылдың 1 ғинуарынан республика бюджетынан ғаиләләге һәр өсөнсө һәм унан һуңғы балаға өс мең һум күләмендә ай һайын пособие түләнәсәк. Бындай пособиелар 1,5-3 йәштәрҙәге балалар тәрбиәләгән әсәләргә түләнәсәк. Етемлек мәсьәләһе лә Президенттың иғтибарынан ситтә ҡалманы.
— Ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балалар ғаиләле булырға тейеш, - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Президент.
Был йүнәлештә лә саралар күрелә: республика бюджеты уллыҡҡа алған ғаиләләргә әсәлек капиталы күләмендә бер таҡыр бирелә торған аҡсалата пособие түләй. Шулай итеп, 100 бала яңы ғаиләләренең тулы хоҡуҡлы ағзаһы булды.
— Бала йорттарын йоҙаҡлап ҡуйырға тейешбеҙ. Был балалар торлаҡ түгел, ә үҙҙәренең өйөн, ысын ғаиләләрен табырға тейеш, - тип билдәләне Рөстәм Хәмитов.
Байрам сиктәрендә Президент Миәкә районынан килгән күп балалы Баһауетдиновтар ғаиләһенә торлаҡ сертификаты тапшырҙы.
Автор:Эльмира Сабирова
Читайте нас: