Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
80.23
0
91.98
0
62.51
+0.52
-3 °C
Болотло
Баш
Рус
Eng
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
22 Ноябрь 2012, 16:03
«Рәсәй һылыуҡайы-2012» конкурсында өфөлө Элина Кирәева еңеүсе булды
25 йәшлек өфөлө Элина Кирәева «Рәсәй һылыуҡайы-2012» конкурсында еңеү яуланы. Бәйгелә ҡатнашҡан 63 гүзәл зат араһынан ул иң яҡшыһы тип танылды. Финал Мәскәүҙә үтте.
Был сибәркәйҙең әлеге конкурста тәүге еңеүе түгел – 2009 йылда ул «Рәсәй Көнсығышы һылыуҡайы» исеменә лайыҡ була.
Элина Кирәева Рәсәй дәүләт сауҙа-иҡтисад университетын ҡыҙыл диплом менән тамамлай. Инглиз теленә тәржемә итеүсе дипломына ла эйә. Фитнесс, сәйәсәт менән ҡыҙыҡһына, рухи камиллашыу юлында. Ҡыҙҙың тормошҡа ҡарашы: «Үткәндәргә әйләнеп ҡарамай, бөгөнгө көн менән йәшәү, киләсәк тураһында хыялланыу! Үҙ-үҙеңә ышаныу һәм үҙең менән гармонияла йәшәү!»
Хәҙер Элина донъя кимәлендә үтәсәк һылыуҡайҙар конкурсында ҡатнашыуға әҙерләнә.
Шуны ла билдәләп үтергә кәрәк, әлеге конкурста еңеүсенең һеңлеһе – Альбина Кирәева – 2007 йылда «Мисс Өфө» бәйгеһендә еңеү яулаһа, 2008 йылда Рәсәйҙең иң һылыу ҡыҙы тип таныла.
Автор:
Эльмира Сабирова
Теги:
матурлыҡ конкурсы
Читайте нас