07:03 (UTC+5), 22 Ноября 2012

2015 йылға Рәсәйҙә кәм тигәндә 20 бушлай цифрлы телеканал буласаҡ

Әлфиә Шәрәфетдинова
21 ноябрҙә Башҡортостан Хөкүмәтендә телевидение буйынса көнүҙәк мәсьәләләр тикшерелде. Республикала «2009-2015 йылдарға Рәсәй Федерацияһында телерадиотапшырыуҙарҙы үҫтереү» федераль маҡсатлы программаһын тормошҡа ашырыу буйынса эш кәңәшмәһе БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Дмитрий Шаронов рәйеслегендә үтте.
Программаны тормошҡа ашырыуҙың башланғыс этабында мотлаҡ дөйөм ҡулланылыштағы телеканалдар пакетын тапшырыу буйынса цифрлы селтәр булдырыу ҡаралған.
— Пакетҡа «Первый канал», «Россия-1», «НТВ», «5 канал», «Россия-2», «Россия-Культура», «Россия-24» мәғлүмәт каналы, «Карусель» балалар-үҫмерҙәр каналы, шулай уҡ бер төбәк телеканалы инәсәк. Йәмәғәт телевидениеһы булдырылғас, ул дөйөм ҡулланылыштағы пакеттың унынсы телеканалы буласаҡ, - тип хәбәр иттеләр БР Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәтенән. – 2015 йылға бушлай цифрлы телеканалдар исемлегендә кәм тигәндә 20 канал буласаҡ. Рәсәйҙә цифрлы телевизион тапшырыуҙар DVB-T2 стандартында күрһәтеләсәк.
Эш төркөмөнөң киләһе ултырышы 2013 йылдың беренсе кварталында үтә.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика