Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
92.51
-0.79
98.91
-0.65
87.98
+0.08
13+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
21 Ноябрь 2012, 16:44

Швеция уҡытыусылары Белорет педагогтарының тәжрибәһен өйрәнә

Белорет районына Швецияның Дегерфорс ҡалаһынан рәсми делегация визит менән килде. Туғыҙ кешенән торған делегацияла уҡытыусылар һәм студенттар бар. Визит сиктәрендә ҡунаҡтар Рәсәйҙең белем биреү системаһы менән таныша, атап әйткәндә, Швеция уҡытыусылары Белорет педагогтарының тәжрибәһен өйрәнә. Сит ил ҡунаҡтарын мәҙәниәт өлкәһендәге ҡаҙаныштар һәм эшләнмәләр ҙә ҡыҙыҡһындыра.
Шуны ла билдәләп үтергә кәрәк, был Белорет ҡалаһына тәүге визит түгел. Дегерфорс менән Белорет араһындағы дуҫлыҡ Тирлән ауылында барлыҡҡа килә һәм бына инде ун биш йылдан ашыу дауам итә.
2011 йылда Белорет районы хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Илгиз Теләүбаев етәкселегендәге Белорет делегацияһы тәүгә дуҫлыҡ визиты менән Швецияға бара. Рәсәй-Швеция дуҫлығы проекты сиктәрендә визит барышында Башҡортостан Республикаһы Белорет районы муниципаль район менән Дегерфорс ҡалаһы, Белорет, Карлскуга һәм Дегерфорс ҡалалары араһында мәғариф һәм мәҙәниәт өлкәләрендә хеҙмәттәшлек итеү тураһында докуменҡа ҡул ҡуйыла.
Визит сиктәрендә Швеция ҡунаҡтары музыка һәм художество мәктәптәрендә, «Дефицит» театр-студияһында, яңыртылған «Металлург» кинотеатрында, крайҙы өйрәнеү музейында һәм картиналар галереяһында булды. Швеция педагогтарында белем биреү учреждениелары айырыуса ҡыҙыҡһыныу уятты. Улар «Мәрйенкәй» һәм «Алтын балыҡ» бала баҡсаларында булды, 14-се гимназия уҡыусылары менән аралашты, Яңыбай Хамматов исемендәге Башҡорт гимназияһында Башҡортостан тарихы һәм мәҙәниәте менән танышты, өҫтәмә белем биреү учреждениеларын – йәш натуралистар станцияһын һәм Мәктәптән тыш эштәр үҙәген ҡараны.
Көн элгәре Швеция делегацияһын Белорет районы хакимиәте башлығы Владислав Миронов ҡабул итте. Осрашыу барышында мәғариф һәм мәҙәниәт өлкәләрендә ике ҡала араһындағы хеҙмәттәшлекте артабан үҫтереү, атап әйткәндә, мәктәп уҡыусылары араһында бәйләнештәр булдырыу, берлектә конференциялар үткәреү, уҡыусылар һәм уҡытыусылар менән алмашыу, шулай уҡ иҡтисад өлкәһендә лә бәйләнештәр булдырыу мәсьәләләре тикшерелде.
Бөгөн, визиттың аҙаҡҡы көнөндә, Швеция ҡунаҡтары Тирлән ауылына барып, яҡташтарының әле ауылда йәшәгән туғандары менән аралашасаҡ, тип хәбәр итте «Башинформ» агентлығына район хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге баш белгесе Ольга Колесникова.
Автор:Әлим Фәйезов | фото: Ольга Колесникова
Читайте нас: