06:00 (UTC+5), 21 Ноября 2012

Милли музейҙа һәр иртә һайын үҙенең гимны яңғыраясаҡ

Розалия Вәлиева
Көн һайын иртәнге сәғәт 11-ҙә Башҡортостан Республикаһының Милли музейында гимн яңғыраясаҡ. Уны композитор Илшат Хәлилов музейҙың генераль директоры Ғәли Вәлиуллин шиғырына яҙған.
Ғәли Вәлиуллин һүҙҙәренсә, Башҡортостандың Милли музейы өсөн гимн яҙыу идеяһы 2008 йылда, «Милли музейҙың үҫеш тарихы» китабы өҫтөндә эшләгән ваҡытта барлыҡҡа килгән. Әҫәр башҡорт фольклоры көйҙәренә таянып ижад ителгән. Композитор Илшат Хәлилов менән берлектә шулай уҡ «Өфө-Париж», «Әсәйем гөлдәре» һәм башҡа йырҙар ҙа яҙылған.
— Шулай уҡ Милли музейҙың тарих залында Рәсәйҙең 1812 йылғы Ватан һуғышында еңеүенә 200 йыл тулыуға арналған симфония яңғыраясаҡ, - тип өҫтәне генераль директор. – Әйткәндәй, был композиция «Звуки курая над Сеной» кинофильмында ла яңғырай.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика