06:49 (UTC+5), 21 Ноября 2012

Өфө табиптары ҡаланың һаулыҡ һаҡлау системаһына 90 йыл тулыуҙы билдәләне

Ольга Мортазина
Өфөнөң Ҡала мәҙәниәт һарайында баш ҡаланың һаулыҡ һаҡлау системаһына 90 йыл тулыуға арналған тантаналы сара үтте. Байрамда Өфө хакимиәте башлығы Ирек Ялалов та ҡатнашты.
— Халыҡҡа тәүге медицина ярҙамы күрһәтеү 225 йыл элек үк формалаша башлаған. Бөгөнгө сара сиктәрендә БР Милли музейының күсмә күргәҙмәһе үтә, ул ил медицинаһына нигеҙ һалыуҙа ҡатнашҡан һәм хаҡһыҙ рәүештә онотолған бөйөк табиптарҙың исемдәрен беҙгә кире ҡайтарҙы. Уларҙың күптәре фәнни асыштары менән донъя энциклопедияларына ингән. Был табиптарҙың ҡаланы үҫтереүгә индергән баһалап бөткөһөҙ ҙур өлөшө хаҡында беҙ һәр саҡ иҫләргә бурыслы. Өфө ҡалаһының музейы булдырылһа, һаулыҡ һаҡлау бүлеге унда лайыҡлы урын биләйәсәк.
— Өфө ҡалаһының һаулыҡ һаҡлау системаһына 90 йыл тулыу – оло ваҡиға, - тине БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығы башлығы Георгий Шебаев. – Тарих биттәрен байҡаһаң, уларҙа граждандар һуғышы, Бөйөк Ватан һуғышы, беҙҙең көндәр аша илебеҙ тарихын күрәбеҙ. Күп нәмәләр эшләнгәнен һәм киләсәктә лә күпме эштәр башҡарырға тура киләсәген аңлайбыҙ. Эшебеҙҙә иң мөһиме – ул кешеләр. Белгестәрҙең тейешле квалификацияһы булмаһа, шулай уҡ кешенең йән һалып эшләргә теләге булмаһа, уңыштарға өлгәшеп булмаясаҡ. Иң яҡшы ҡорамалдарҙың да профессионалдарһыҙ файҙаһы юҡ. Ҡаланың һаулыҡ һаҡлау системаһында ҡасандыр эшләгән һәм бөгөнгө көндә хеҙмәт иткән барлыҡ белгестәргә рәхмәтемде белдерәм, артабан да фиҙаҡәр хеҙмәт итеүегеҙҙе теләйем.
Медицина хеҙмәткәрҙәрен ҡотлап, министр иң яҡшы белгестәргә «Башҡортостан Републикаһының атҡаҙанған табибы» исеменә дипломдар һәм республиканың Почет грамоталарын тапшырҙы. Артабан «Йылдың иң яҡшы табибы» ҡала конкурсында еңеүселәрҙе тәбрикләү тантанаһы үтте.
Сара матур концерт менән тамамланды.
1 из 20
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика