05:17 (UTC+5), 21 Ноября 2012

Өфөлә Хәрби-һауа көстәренә 100 йыл тулыу айҡанлы миҙалдар тапшырыу тантанаһы үтте

Любовь Колоколова
Өфөлә «Хәрби-һауа көстәренә 100 йыл» миҙалдарын тапшырыу тантанаһы үтте. РФ Йәмәғәт наградалары Президиумы рәйесе, ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Виктор Горбатко һәм Рәсәй Космонавтика федерацияһы президенты, ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Владимир Коваленок ҡулынан наградаларҙы Башҡортостанда йәшәгән, Рәсәйҙең аэрокосмос тармағына лайыҡлы өлөш индергән егерменән ашыу кеше алды.
Тантаналы сара 20 ноябрҙә Өфөләге Конгресс-холдың ултырыштар залында үтте. Унда Дәүләт-ара герой ҡалалар һәм хәрби дан ҡалалары союзы башҡарма комитеты рәйесе Алексей Ткачев, Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Марат Мәһәҙиев, БР Сауҙа-сәнәғәт палатаһы президенты Юрий Пустовгаров, йәмәғәтселек вәкилдәре, тармаҡ предприятиелары һәм ойошмалары етәкселәре ҡатнашты.
Иҫтәлекле наградаларға Өфө дәүләт авиация техник университеты, «Күмертау авиация производство предприятиеһы» асыҡ акционерҙар йәмғиәте, «Гидравлика» Өфө агрегат предприятиеһы» асыҡ акционерҙар йәмғиәте, «Өфө агрегат производство берекмәһе» асыҡ акционерҙар йәмғиәте, «Өфө «Молния» фәнни-производство предприятиеһы» асыҡ акционерҙар йәмғиәте, «Өфө приборҙар эшләү производство берекмәһе» асыҡ акционерҙар йәмғиәте, «Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһе» асыҡ акционерҙар йәмғиәте, «Техпромсервис» ябыҡ акционерҙар йәмғиәте, БР Берләшкән үтә еңел авиация федерацияһы хеҙмәткәрҙәре лайыҡ булды.
«Хәрби-һауа көстәренә 100 йыл» миҙалы шулай уҡ һынаусы летчик, һынаусы космонавт Урал Солтановҡа һәм БР Сауҙа-сәнәғәт палатаһы президенты Юрий Пустовгаровҡа тапшырылды.
Владимир Коваленок айырым «Ҡаҙаныштар өсөн» миҙалын Рәсәй Космонавтика федерацияһы ағзаһы Вадим Куриловҡа тапшырҙы.
Сара аҙағында Алексей Ткачев барыһын да наградалар менән ҡотланы. Шулай уҡ ул Өфөнөң Бөйөк Ватан һуғышы һәм һуғыштан һуңғы йылдарҙа күрһәткән ҡаҙаныштары өсөн хеҙмәт һәм хәрби дан ҡалаһы исеменә лайыҡ булыуын билдәләне.
1 из 20
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика