Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
79.07
+0.33
91.94
+0.04
62.51
+0.52
-5 °C
Болотло
Баш
Рус
Eng
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
20 Ноябрь 2012, 14:04
Силәбе өлкәһенең Сосновка районында Ғәлимов Сәләм исемендәге әҙәби премия тапшырыу тантанаһы үтте
Силәбе өлкәһенең Сосновка районында шағирҙарға, яҙыусыларға һәм крайҙы өйрәнеүселәргә район хакимиәте менән булдырылған Ғәлимов Сәләм исемендәге әҙәби премия тапшырыу тантанаһы үтте.
Билдәле башҡорт шағиры Ғәлимов Сәләм исемендәге әҙәби премия булдырыу башланғысы менән Силәбе өлкәһенең М.Аҡмулла исемендәге әҙәби берекмәһе сығыш яһаған. Премия йыл һайын өлкәнең танылған, шулай уҡ яңы ижад итә башлаған авторҙарына түбәндәге өс номинация буйынса тапшырыла — «нәфис әҙәбиәт», «крайҙы өйрәнеү», «журналистика». Быйыл был лайыҡлы наградаға Файза Мәғәсүмова («нәфис әҙәбиәт» номинацияһында), Әлфиә Ҡотлохужина («крайҙы өйрәнеү» номинацияһында) һәм Владимир Бреднев («журналистика» номинацияһында) лайыҡ булды. Премияларҙы Сосновка районы хакимиәте башлығы Владимир Котов тапшырҙы.
Башҡортостандың Силәбе өлкәһендәге вәкиле Амур Хәбибуллин исеменән сарала ҡатнашыусыларҙы республиканың Силәбе өлкәһендәге Даими вәкиллеге матбуғат секретары Мөхәмәт Хәбиров сәләмләне. Тантаналы сара матур концерт менән тамамланды.
Автор:
Марина Шумилова
Теги:
премиялар
Читайте нас