12:37 (UTC+5), 20 Ноября 2012

Лилиә Ғүмәрова: «Бәхетле ғаилә булмаһа – бәхетле балалар ҙа булмаясаҡ»

Эльмира Сабирова
— Бала хоҡуҡтарын, уның именлеген бәхетле ғаиләлә тулыһынса яҡлап була. Бәхетле ғаилә булмаһа – бәхетле балалар ҙа булмаясаҡ, - тип иҫәпләй БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Лилиә Ғүмәрова.
Шул уҡ ваҡытта бөгөн социаль етемлек мәсьәләһе айырыуса киҫкен тора. Вице-премьер һүҙҙәренсә, республикала 18 мең етем баланың 90 проценты – социаль етемдәр. Интернат учреждениеһында бер баланы тәрбиәләү дәүләткә ете тапҡырға ҡиммәтерәккә төшә.
— Бер сабыйға йылына бала йорто 300-350 мең һум аҡса тотона, - тине Лилиә Ғүмәрова. – Социаль етемлек мәсьәләһе үтә ауыр, әммә уны хәл итеү зарур. Һәм бында, тәү сиратта, ғаилә менән, үҙ балаларын тәрбиәләргә теләгән, эшләргә әҙер булған ата-әсәләр менән эш алып барырға кәрәк.
Лилиә Ғүмәрова иҫәпләүенсә, ғаилә тормошона әҙерләү ҙә мотлаҡ.
— Беҙ машина йөрөтөргә, ниндәйҙер башҡа оҫталыҡтар тупларға өйрәтәбеҙ, әммә яуаплы атай-әсәй булырға өйрәтмәйбеҙ, - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды ул. – Профессионалдар – психологтар, юристар алып барған махсус курстар булырға тейеш. Белгестәрҙең ғаилә планлаштырыу мәсьәләләре хаҡында асыҡ һөйләшеүе, ғаиләлә булған ауыр осорҙарҙы тикшереүе зарур.
Лилиә Ғүмәрова йәнә бер мәсьәләгә туҡталды, ул ведомстволарҙың үҙ-ара килешеп эш итеүенә бәйле.
— Ведомстволарҙың үҙ-ара килешеп эш итеүе беҙҙең төп принцип булып тора. Сөнки һәр мәсьәлә буйынса яңы структура, яңы министрлыҡ һәм ведомство булдырыу мөмкин түгел, был урынһыҙ ҙа, - тине вице-премьер. – Ә инде төрлө йүнәлештәр буйынса үҙ-ара килешеп эш итеү алгоритмдарын аныҡ билдәләйбеҙ икән, минеңсә, бындай эшмәкәрлектең файҙалы эш коэффициенты күпкә юғарыраҡ.
Пособиелар темаһы ла иғтибарҙан ситтә ҡалманы. 2013 йылдың 1 ғинуарынан льготаларҙың күпселек өлөшө монетизациялана. Шулай итеп, мәҫәлән, күп балалы ғаиләләрҙә тәрбиәләнгән балалар физкультура-сәләмәтләндереү клубтарына йөрөү урынына аҡса аласаҡ. Шулай уҡ пособиеларҙың күләме лә арттырыласаҡ.
Бынан тыш, алдағы йылдың 1 ғинуарынан йән башына уртаса килеме йәшәү минимумынан, йәғни 5600 һумдан, кәмерәк булған күп балалы ғаиләләр 1,5-3 йәштәрҙәге һәр балаға өс мең һум күләмендә өҫтәмә пособие аласаҡ.
— Бындай пособиены 12-15 мең бала аласаҡ. Был маҡсаттарға республика бюджетынан 232 миллион һум аҡса бүленгән, - тип хәбәр итте Лилиә Ғүмәрова.
1 из 2
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика