10:51 (UTC+5), 14 Ноябрь 2012

«Йәш ғаилә-2012» конкурсында Өфөнән Мөхәмәтйәровтар ғаиләһе Гран-при яуланы

Розалия Вәлиева | фото: Олег Яровиков
Өфөнән Мөхәмәтйәровтар ғаиләһе «Йәш ғаилә-2012» республика конкурсында Гран-при яуланы. 13 ноябрҙә баш ҡаланың Конгресс-холында бәйгегә йомғаҡ яһалды һәм иң яҡшы номерҙарҙан торған гала-концерт үтте.
Конкурста йәмғеһе 24 ғаилә ҡатнашты. Улар «Ғаиләнең визит карточкаһы», «Мин – буласаҡ йондоҙ», «Ғаилә байрамдары һәм традициялары», «Ғаилә күргәҙмәһе» номинацияларында көс һынашты. Беренсе тур һөҙөмтәләре буйынса финалға һигеҙ ғаилә үтте. Бәләбәй районында йәшәгән Денис һәм Лиана Федотовтар – беренсе, Нефтекаманан Сергей һәм Екатерина Соболевтар – икенсе, Дүртөйлө районынан Шамил һәм Альбина Ялаевтар өсөнсө урынға лайыҡ булды. «Ғаилә традицияларын нығытыу һәм һаҡлау» һәм «Йондоҙло ғаилә» номинацияларында Өфөнән Михаил һәм Олеся Васильевтар еңеп сыҡты. Ишембайҙан Аяз һәм Гөлшат Кускильдиндар - «Ғаилә традицияларын һаҡлау», Стәрлетамаҡта йәшәгән Евгений һәм Эльвира Резвовтар - «Иң татыу ғаилә», Йылайыр районынан Фаил һәм Зарифа Юламановтар «Милли традицияларҙы тергеҙеү» номинацияларында еңеүесе тип табылды.
— Бәйгегә бер нисә йыл элек әҙерләнә башланыҡ, әммә унда быйыл ғына ҡатнашырға булдыҡ, - тип хәбәр итте «Башинформ» агентлығына Гран-при яулаусы Әлиә Мөхәмәтйәрова. - «Һабантуй» башҡорт байрамын үткәреү йолаһын сағылдырған номерҙы әҙерләү өсөн күп көс түктек.
Ижади һәләттәрҙән тыш, ғаилә ағзалары кулинария буйынса ла оҫталыҡтарын күрһәтте.
«Йәш ғаилә» конкурсы 1998 йылда – Ғаилә йылында булдырылды. Бәйге шарттары буйынса, унда 5-14 йәшлек балалары булған ғаиләләр ҡатнаша ала, ә ғаилә башлыҡтарының йәше 35-тән артмаҫҡа тейеш.
1 из 20
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика