09:42 (UTC+5), 14 Ноября 2012

Тимерйән Рәжәпов: «Яҡташтар» проекты һуғыш ветерандары араһынан күренекле кешеләрҙе асыҡларға ярҙам итәсәк»

Арина Рәхимҡолова
Башҡортостан Республикаһының «Хәрби хәрәкәттәр ветерандары союзы» төбәк йәмәғәт ойошмаһы «Берҙәм Рәсәй» партияһының «Яҡташтар» проектын хуплай һәм уны тормошҡа ашырыуҙа әүҙем ҡатнашырға планлаштыра, тип хәбәр итте «Башинформ» агентлығына Союз рәйесе Тимерйән Рәжәпов.
– Көндәлек мәшәҡәттәр араһында арабыҙҙа йәмәғәт эшмәкәрлеге менән шөғөлләнгән, ҡала һәм республика тормошонда әүҙем ҡатнашҡан кешеләр йәшәгәнен һәм эшләгәнен йыш ҡына күрмәйбеҙ. Уларҙы башҡа кешеләрҙән Ватанға ҡарата һөйөү һәм үҫеп килгән быуынды ватансылыҡ рухында тәрбиәләү теләге айырып тора, - тип билдәләне Тимерйән Рәжәпов. – Беҙҙең күп милләтле республикала йәшәгән хәрби хәрәкәттәр һәм локаль конфликттар ветерандары араһында лайыҡлы кешеләр әҙ түгел. Бындай ветерандар һәр беребеҙ өсөн өлгө булып тора, беҙ улар менән ғорурланабыҙ. «Яҡташтар» проекты һуғыш ветерандары араһынан бындай күренекле кешеләрҙе асыҡларға ярҙам итәсәк, әлбиттә.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика