06:26 (UTC+5), 12 Ноября 2012

Республика Президенты реконструкциянан һуң асылған Спорт һарайын тикшерҙе

Дмитрий Слезин
Йома, 9 ноябрҙә, Башҡортостан Республикаһы Президенты Рөстәм Хәмитов реконструкциянан һуң асылған Өфөнөң Спорт һарайын тикшерҙе.
Рөстәм Зәки улы яңы матбуғат үҙәгендә булды, боҙ аренаһын ҡараны.
— Өфөнөң Спорт һарайы 45 йыл элек төҙөлгән. Бындай ҙур ремонт тәүгә үткәрелде, - тип билдәләне Президент. - «Башнефть» компанияһы ваҡытында ҙур ярҙам күрһәтте. Шуға күрә әлеге компания етәкселәренә оло рәхмәтемде белдерәм. Улар 400 миллион һумға яҡын ресурстар таба алды. Эштәр тиҙ башҡарылды: туғыҙ ай эсендә Спорт һарайының яңы варианты булдырылды. Башҡарылған эштәрҙең сифаты барлыҡ спортсыларҙы ла ҡәнәғәтләндерер, тип уйлайым.
Республика Президенты билдәләүенсә, яңы Спорт һарайының боҙон алдағы ваҡытта донъяның йәштәр командалары ғына түгел, ә 2013 йылдың февралендә VI Ҡышҡы халыҡ-ара балалар уйындары барышында йәш спортсылар ҙа һынап ҡараясаҡ. Бынан тыш, Өфөлә өлкәндәр араһында ла донъя чемпионатын үткәреү хаҡында уйларға була, тине Рөстәм Хәмитов.
1 из 14
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика