Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
78.74
-0.41
91.9
+0.06
62.51
+0.52
-16 °C
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
12 Ноябрь 2012, 17:48

Өфөлә Илдар Абдразаҡовтың хәйриә концерты үтәсәк

27 декабрҙә Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында билдәле опера йырсыһы Илдар Абдразаҡовтың хәйриә концерты үтә.
Раштыуа концерты «Мәрхәмәт» хәйриә фонды менән ойошторола. Проектты ойоштороусылар хәбәр итеүенсә, концертҡа контрамаркалар бирелмәйәсәк, билет хаҡы 2-10 мең һум торасаҡ. Саранан алынған аҡса фонд ҡарауында булған балаларҙы дауалау өсөн тәғәйенләнә.
Проект кураторы Зарема Мирсаяпова хәбәр итеүенсә, концерттың тәүге өлөшөндә йырсы романстар башҡарырға планлаштыра, икенсе өлөштә Илдар Абдразаҡов Башҡортостандың Милли симфоник оркестры оҙатыуында итальян композиторҙары операларынан ариялар башҡарасаҡ.
Автор: Ольга Мортазина
Читайте нас