05:54 (UTC+5), 12 Ноября 2012

Башҡортостан Президенты: «Республикалағы демографик хәл – айырыуса иғтибар үҙәгендә»

Розалия Вәлиева
— Демографик күрһәткестәр – статистика һандары ғына түгел, ә дәүләт сәйәсәтенең һәм илдәге йәшәү сифатының мөһим индикаторы ла, - тип белдерҙе Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов республикала һаулыҡ һаҡлау буйынса төбәк Советының пленар ултырышында. – Дәүләт халыҡ иҫәбен арттырыу яҡлы: Рәсәй кеүек ил өсөн 140 миллион кеше – ул әҙ һан. Башҡортостанда бер квадрат километр майҙанға ни бары 28 кеше тура килә, был да бик әҙ.
Демографик хәлгә йоғонто яһаған төп факторҙар араһынан Рөстәм Хәмитов тыуымды, үлем кимәлен һәм миграцияны атаны. Уның фекеренсә, демографик процестарға етди анализ яһау зарур.
2008 йылдан башлап Башҡортостанда тыуым 7,5 процентҡа артҡан. Үлем кимәле 4,5 процентҡа кәмегән.
Әммә бөгөн хәл ыңғай булыуға ҡарамаҫтан, республикала тыуымдың кәмеүе көтөлә. Бының төп сәбәптәренең береһе торлаҡ һәм лайыҡлы эш хаҡы түләнгән эш булмауында.
— Ғаиләләрҙә икенсе, өсөнсө бала тыуһын өсөн, республикала бала баҡсалары төҙөлә, уңайлы социаль мөхит булдырыла, - тип аңлатты Рөстәм Хәмитов. – Әммә беҙҙең тырышлыҡтарға тиң яуап юҡ әле. Ғаиләләрҙең социаль яҡлаулы булыуын арттырыу йәһәтенән дә әүҙем эшләйбеҙ. Бөгөн Башҡортостанда 170 меңдән ашыу ғаилә 20 төр ярҙам ала. Былтыр был маҡсаттарға республика бюджетынан 2 миллиард һум аҡса бүленде. Әммә был да тыуымды арттырыуға булышлыҡ итә алмай.
Демографик хәлде үҙгәртеү буйынса икенсе төп күрһәткес булараҡ Президент үлем кимәлен атаны. Уның һүҙҙәренсә, 2008 йылдан алып үлем кимәле 4,5 процентҡа кәмегән. Ғүмер оҙонлоғо 68 йәштән 70-кә тиклем артҡан. Эскелек, наркомания, һыуҙа һәм юл фажиғәләрендә, производстволарҙа кешеләрҙең һәләк булыуы был күрһәткестәргә кире йоғонто яһай.
— Күрелгән сараларҙың ни тиклем һөҙөмтәле булыуына анализ яһау зарур, - тине Рөстәм Хәмитов. – Минеңсә, был йүнәлештә башҡараһы эштәр байтаҡ. Әгәр ҙә тыуымды арттырыу буйынса хәлде үҙгәртеүе үтә ауыр булһа, үлем кимәлен түбәнәйтеү йәһәтенән беҙ эшләй алабыҙ.
Төрлө сәбәптәр айҡанлы Башҡортостанда урындағы халыҡтың ситкә китеүе лә күҙәтелә. Үткән туғыҙ ай эсендә 31 мең кеше республианан башҡа төбәктәргә киткән, 28 мең кеше килгән. Шуға күрә Президент халыҡты төбәккә ылыҡтырыу бурысын ҡуйҙы.
1 из 16
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика