Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
92.13
-0.37
98.71
-0.2
87.8
-0.1
9+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
8 Ноябрь 2012, 15:59

Баш ҡалаға Рәсәйҙең балалар омбудсмены килде

8 ноябрҙә Өфөгә эш визиты менән Рәсәй Президенты ҡарамағындағы Бала хоҡуҡтары буйынса вәкил Павел Астахов килде.
Ике көнлөк сәфәр сиктәрендә ул «Мәрхәмәт» хәйриә мәғариф фондының Балалар үҫеш үҙәгенә һәм махсуслаштырылған Бала йортона барасаҡ. Бынан тыш, Павел Астахов республика баш ҡалаһының Киров районында урынлашҡан «Изгелек» халыҡты социаль хеҙмәтләндереү комплекслы үҙәге эшмәкәрлеген һәм Рудольф Нуриев исемендәге Башҡорт хореография колледжы торошон тикшерәсәк.
Башҡортостан Президенты менән Павел Астахов төбәктә Рәсәй субъекттарында Бала хоҡуҡтары буйынса вәкилдәрҙең VII съезын үткәреү мәсьәләләрен тикшерәсәк.
Автор:Сергей Захаров
Читайте нас: