07:01 (UTC+5), 06 Ноября 2012

Сочиҙа II Бөтә Рәсәй спорт журналистары форум-семинары асылды

Дмитрий Слезин
Шәмбе, 3 ноябрҙә, Сочиҙа икенсе Бөтә Рәсәй спорт журналистары форум-семинары асылды. Сараны ойоштороусылар булып Рәсәй Олимпия комитеты һәм «Сочи 2014» ойоштороу комитеты ярҙамында РИА Новости медиахолдингы, «Р-Спорт» спорт мәғлүмәттәре агентлығы сығыш яһай.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, беренсе бындай форум Сочиҙа 2012 йылдың апрелендә үткәрелгәйне, унда 170-кә яҡын спорт журналисы ҡатнашты.
Әлеге форум 5 ноябргә тиклем эшләйәсәк. Сарала республика һәм төбәк киң мәғлүмәт сараларынан 200-гә яҡын кеше ҡатнаша.
— Бында донъя кимәлендә танылыу яулаған Рәсәй һәм сит ил журналистарын саҡырҙыҡ, - тине РИА Новости агентлығы баш мөхәрриренең беренсе урынбаҫары Максим Филимонов. – Улар үҙ тәжрибәһе менән уртаҡлашасаҡ, был эшебеҙҙе яҡшыраҡ башҡарырға мөмкинлек бирер. Сочиҙа үтәсәк Уйындарға тиклем йылдан аҙ ғына ашыуыраҡ ваҡыт ҡалды.
Рәсәй Олимпия комитеты президентының матбуғат секретары Мария Киселева журналистарҙы Александр Жуков исеменән сәләмләне.
— Был форум һеҙҙең өсөн генә түгел, ойоштороусылар өсөн дә файҙалы булыр, тип ышанам. Беҙ барыбыҙ ҙа профессиональ йәһәттән үҫешергә теләйбеҙ, - тине ул.
1 из 18
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика