Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
81.14
0
92.22
0
67.08
-0.88
14+ °C
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
2 Ноябрь 2012, 10:13

БР Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы Тирә-яҡ мөхитте һаҡлау йылын үткәреү буйынса тәҡдимдәр ҡабул итә

Башҡортостандың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы Тирә-яҡ мөхитте һаҡлау йылын үткәреү буйынса саралар планын әҙерләү өсөн тәҡдимдәр ҡабул итә башланы.
Министрлыҡтың матбуғат секретары Нина Никандрова хәбәр итеүенсә, Башҡортостандың башҡарма власть органдары, ғилми учреждениелар, йәмәғәт ойошмалары һәм киң мәғлүмәт саралары үҙ тәҡдимдәрен 2012 йылдың 1 декабренә тиклем mprrb@ufanet.ru электрон почтаһына ебәрә ала.
Белешмәләр өсөн телефон: 8(347) 273-98-67.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, һәр кешенең уңайлы тирә-яҡ мөхиткә хоҡуғын тәьмин итеү маҡсатында 2013 йыл Рәсәйҙә Тирә-яҡ мөхитте һаҡлау йылы тип иғлан ителде.
Автор:Галина Бахшиева
Читайте нас: