11:05 (UTC+5), 02 Ноябрь 2012

Баш ҡалала пенсионерҙар өсөн Халыҡ лекторийы асылды

Эльмира Сабирова
Баш ҡаланың Халыҡ лекторийы – Рәсәй дәүләт социаль университетының Өфөләге филиалы менән Өсөнсө быуын халыҡ университеты сиктәрендә тормошҡа ашырылған йәнә бер проект.
Рәсәй дәүләт социаль университетының Өфөләге филиалы директоры Рөстәм Әхмәҙинуров һүҙҙәренсә, бында гаждандар өсөн аҙна һайын лекциялар ойоштороу планлаштырыла.
— Тәү сиратта, был лекциялар Өсөнсө быуын халыҡ университетында белем алған өлкән йәштәге кешеләр өсөн пенсионерҙарға социаль хеҙмәттәр күрһәтеү мәсьәләләре буйынса Өфө хакимиәте етәкселәре һәм ҡала Советы депутаттары ҡатнашлығында үткәрелә, - тине Рөстәм Әхмәҙинуров.
Халыҡ лекторийында тәүгеләрҙән булып Өфө хакимиәте башлығы Ирек Ялалов лекция уҡыны.
— Бөгөн Өфөлә 270 мең пенсионер йәшәй, - тине ҡала мэры. – Оло йәштәге кешеләрҙең тормошон лайыҡлы, ҡыҙыҡлы итеү, уларҙың ихтыяждарын ҡәнәғәтләндереү Өфө хакимиәте менән тормошҡа ашырылған социаль сәйәсәттең төп йүнәлеше булып тора.
Бер сәғәтлек лекция барышында Ирек Ялалов ололарға төҙөлөштәге, ҡулланыусылар баҙарындағы хәл тураһында һөйләне, хеҙмәт баҙары, демография темаларына туҡталып үтте. Пенсионерҙар торлаҡ-коммуналь хужалыҡтағы хәл, инвестициялар йәлеп итеү, Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһы һәм БРИКС саммиттарына әҙерлек хаҡында ҡыҙыҡһынды.
Рөстәм Әхмәҙинуров билдәләүенсә, 2012 йыл аҙағынаса Рәсәй дәүләт социаль университетының Өфөләге филиалында пенсионерҙар өсөн Йәмәғәт һаулығы үҙәген асыу планлаштырыла, ә 2013 йылдан алып бында буласаҡ әсәләр өсөн лекторий ойоштороласаҡ.
Киләсәктә лекцияларҙы онлайн-режимда үткәреү планлаштырыла. Бөгөн Өфөлә Өсөнсө быуын халыҡ университетында 4,5 меңдән ашыу кеше белем ала.
1 из 8
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика