Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
79.15
0
91.84
0
62.51
+0.52
-25 °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
1 Ноябрь 2012, 14:02

Республиканың ЮНЕСКО эштәре буйынса комитеты делегацияһы Европа илдәренә барасаҡ

Башҡортостан Республикаһының ЮНЕСКО эштәре буйынса комитеты делегацияһы ЮНЕСКО-ның «Европа диалогы» программаһын тормошҡа ашырыу сиктәрендә Франция, Германия, Швейцария илдәренә һәм Лихтенштейн кенәзлегенә барасаҡ. Проектта белем биреү учреждениелары етәкселәре һәм вәкилдәре ҡатнаша. Улар ЮНЕСКО-ның Бөтә донъя мәҙәни һәм тәбиғи мираҫы ҡомартҡылары һәм объекттары менән танышасаҡ, ЮНЕСКО проекттары һәм программалары буйынса сит ил коллегалары менән тәжрибә уртаҡлашасаҡ.
Бынан тыш, ЮНЕСКО-ның Париждағы штаб-фатирында «ЮНЕСКО-ның Ассоциацияланған мәктәптәре» халыҡ-ара проекты етәкселәре менән рәсми осрашыуҙар һәм һөйләшеүҙәр планлаштырылған. Сараларҙың береһендә Ғ.Әлмөхәмәтов исемендәге Республика гимназияһына һәм Салауат ҡалаһының 1-се гимназияһына «ЮНЕСКО-ның Ассоциацияланған мәктәптәре» халыҡ-ара сертификаттары тапшырыласаҡ.
Шулай уҡ Башҡортостан делегацияһы Рәсәй Федерацияһының ЮНЕСКО ҡарамағындағы Даими вәкиллеге ағзалары менән осрашасаҡ.
Программала Берләшкән Милләттәр Ойошмаһының Женевалағы Милләттәр һарайына экскурсия һәм ватандаштар менән осрашыу ҡаралған.
Автор: Эльмира Сабирова
Теги: юнеско
Читайте нас