10:34 (UTC+5), 30 Октябрь 2012

Рөстәм Хәмитов торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өлкәһендә хоҡуҡ боҙоуҙар мәсьәләһе буйынса кәңәшмәлә ҡатнашты

Эльмира Сабирова
Шишәмбе, 30 октябрҙә, республика хоҡуҡ һаҡлау органдары етәкселәренең кәңәшмәһендә торлаҡ-коммуналь комплекс өлкәһендәге енәйәттәргә һәм хоҡуҡ боҙоуҙарға ҡаршы көрәш мәсьәләләре тикшерелде. Сарала Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов, БР буйынса Баш федераль инспектор Петр Капишников, БР прокуроры Сергей Хуртин, хоҡуҡ һаҡлау органдары, бер нисә министрлыҡ һәм ведомство етәкселәре, ҡала һәм район прокурорҙары һәм башҡалар ҡатнашты.
Әлеге тема көнүҙәк мәсьәлә булып тора, тип иҫәпләй Рөстәм Хәмитов. Ул күп фатирлы йортта йәшәгән һәр кешегә ҡағыла.
— Тиҫтәләгән йылдар дауамында илдәге торлаҡ-коммуналь хужалыҡ мәсьәләләре хаҡында көн дә һөйләйбеҙ. Был проблемалар менән һәр ҡайһыбыҙ таныш. Уларға йорттарҙа, ихаталарҙа, йә булмаһа урамдарҙа тап булабыҙ. Беҙҙең республикала ғына түгел, бөтә ил буйлап был мәсьәлә халыҡта бихисап һорау тыуҙыра, - тип билдәләне Рөстәм Хәмитов. – Республикала 4 миллион кеше йәшәй, уртаса алғанда торлаҡ менән тәьмин ителеш бер кешгә 20 квадрат метр тәшкил итә, Башҡортостанда – 80 миллион квадрат метр торлаҡ. Уны бағырға, һаҡларға, ремонт эшләп торорға кәрәк. Быға подъездарҙы, ҡыйыҡтарҙы, подвалдарҙы, ихаталарҙы ҡушһаҡ, бағыуға мохтаж байтаҡ территория килеп сыға. Был, әлбиттә, ҙур аҡса талап итә.
Теманы дауам итеп, Президент иҫке торлаҡ мәсьәләһен билдәләне. Өфөлә генә бындай йорттар миллионға яҡын квадрат метр тәшкил итә.
— Иҫке йорттарҙан ҡотолоу өсөн, яҡынса 100 миллиард һум аҡса кәрәк, - тине Башҡортостан Президенты. – Республика бюджеты 135-140 миллиард һум тәшкил итә. Ҙур аҡса талап ителә.
Бындай осраҡта, Рөстәм Хәмитов билдәләүенсә, «булған ресурстарға һаҡсыл ҡарашта булырға тейешбеҙ. Беҙҙең өсөн экономияланған һәр һум ҡәҙерле».
Йәнә бер тема – торлаҡҡа тарифтар.
— Был бик ауыр өлкә, - тип иҫәпләй республика башлығы. – Беҙҙә халыҡ бай йәшәмәй. Уртаса эш хаҡы 20 мең һум тәшкил итә. Һәм, әлбиттә, кешеләр коммуналь хеҙмәттәр өсөн ҙур аҡса түләй алмай. Шул уҡ ваҡытта Башҡортостан Республикаһында коммуналь түләүҙәр Волга буйы федераль округы буйынса иң түбәне. Коммуналь хеҙмәттәргә тарифтар ун йыл дауамында тиерлек күтәрелгәне юҡ. Бөгөн беҙҙә йылылыҡ менән тәьмин итеү өлкәһендә булған һандар федераль округ буйынса уртаса күрһәткестәрҙән 35-40 процентҡа түбәнерәк, - тине Рөстәм Хәмитов.
— Хоҡуҡ һаҡлау органдары, контроль-күҙәтеү структураларының ярҙамынан тыш, беҙ, власть, күп нәмәне башҡара алмаясаҡбыҙ, - тине республика башлығы.
Артабан республика прокуроры Сергей Хуртин был өлкәләге алдашыу, урлашыу, хоҡуҡ боҙоуҙар хаҡында һөйләне.
Әйткәндәй, 2008-2012 йылдарҙа ғына Торлаҡ-коммуналь хужалыҡты яңыртыуға булышлыҡ итеү фондынан республика 6,5 миллиард һум күләмдә аҡсалата ярҙам алған.
— Был өлөшкә күптәр законһыҙ рәүештә ҡул һуҙырға теләй, - тип иҫәпләй республика прокуроры.
Идара итеүсе компанияларҙың бюджет һәм шулай уҡ граждандар средстволарын тейешле маҡсатта ҡулланмауы эштәге өҙөклөктәргә килтерә.
Ғәйепләнеүселәрҙе яуаплылыҡҡа тарттырыу ғына түгел, был өлкәлә хоҡуҡ боҙоуҙарҙы иҫкәртеү һәм уларҙы булдырмау өсөн шарттар булдырыу ҙа прокуратура эшмәкәрлегенең өҫтөнлөклө йүнәлештәре булып тора, тип иҫәпләй Сергей Хуртин.
1 из 10
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика