Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
79.15
0
91.84
0
62.51
+0.52
-27 °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
26 Октябрь 2012, 16:15

Йылайыр районында янғындан зыян күргән кешеләр яңы торлаҡ алды

Йылайыр районында янғындан зыян күргән кешеләргә яңы фатирҙарҙан асҡыстар тапшырылды. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, быйыл йәй Йылайырҙа һигеҙ торлаҡ йорт янғайны. Республика Президенты Рөстәм Хәмитов ҡыҫҡа ваҡыт эсендә янғындан зыян күргән кешеләрҙе торлаҡ менән тәьмин итергә ҡушты. Һөҙөмтәлә төҙөүселәр тиҙ арала ете яңы йорт күтәрҙе.
Тантаналы сарала яңы фатирҙарҙан асҡыстарҙы БР Хөкүмәтенең беренсе вице-премьеры Рәүф Ноғоманов тапшырҙы.
Сара аҙағында рәсми кешеләр һәм өй туйлаусылар яңы микрорайонда йәш үҫентеләр ултыртты, тип хәбәр иттеләр Йылайыр районы хакимиәтенән.
Автор: Рәсүл Хәмиҙуллин
Читайте нас