Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
79.17
+0.04
90.4
-0.27
66.47
+1.13
11+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
24 Октябрь 2012, 12:18

Республиканың хәрби комиссары «Ижтимағи электрон гәзит» уҡыусыларының һорауҙарына яуап бирә

24 октябрҙә «Ижтимағи электрон гәзит» (www.i-gazeta.com) сайтында Башҡортостандың хәрби комиссары Анатолий Балтинскийҙың онлайн-конференцияһы бара.
Урындағы ваҡыт менән 11-ҙән 12-гә тиклем «Ижтимағи электрон гәзит» сайтына ингән һәр кеше, «Һорау бир!» бүлегендәге тейешле форманы тултырып, уға мөрәжәғәт итә ала. Төшкө 12-лә һорауҙар ҡабул итеү туҡтатыласаҡ.
Интернет ҡулланыусылар өсөн i-gazeta.com сайтынан видеотрансляция«Башинформсвязь» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең техник ярҙамында бойомға ашырыла.
Полковник Балтинскийҙың интернет-берләшмә менән аралашыуы «Ижтимағи электрон гәзит» сайтында һәм «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының яңылыҡтар теҙмәһендә лә сағылыш табасаҡ.
Рендеринг һәм конвертациянан һуң «Ижтимағи электрон гәзит» сайтында онлайн-конференциянан тулы видеоотчет биреләсәк.
Автор:Сергей Захаров | фото: Андрей Старостин
Читайте нас: