11:17 (UTC+5), 24 Октября 2012

Өфөлә Рәсәй дәүләт социаль университеты филиалының яңы корпусы асылды

Марина Шумилова
24 октябрҙә IV Бөтә Рәсәй социология конгресы ултырышы сиктәрендә Рәсәй дәүләт социаль университетының Өфөләге филиалының яңы корпусын асыу тантанаһы үтте. Яңы уҡытыу бүлмәләре Өфө үҙәгендәге ремонтланған бинала урынлашты. Был шатлыҡлы ваҡиға менән юғары уҡыу йорто уҡытыусыларын һәм студенттарын Рәсәй дәүләт социаль университеты проректоры, ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы, Рәсәй Космонавтика федерацияһы президенты Владимир Коваленок ҡотланы.
— Башҡортостан Республикаһында студенттарға, белем биреү процесына булған мөнәсәбәт ҡыуандыра, - тип билдәләне Владимир Коваленок. – Башҡортостан Президенты Рөстәм Зәки улы Хәмитов, ҡала етәкселеге юғары уҡыу йортоноң яңы корпусы өсөн бындай майҙандар бүлеү мөмкинлеген тапҡан икән, тимәк, республиканың киләсәге бар.
Яңы корпусты асыу менән Өфө филиалы коллективын Өфө ҡалаһы ҡала округы хакимиәте башлығы урынбаҫары Сынтимер Баязитов та ҡотланы. Уның һүҙҙәренсә, социаль өлкә өсөн квалификациялы белгестәр әҙерләгән, шулай уҡ республикала Өсөнсө быуын халыҡ университеттарын асыу буйынса эшмәкәрлек алып барған был уҡыу йортоноң яңы корпусы Өфөнөң тарихи урынында урынлашҡан, ҡасандыр әлеге бинала ҡала идаралығы булған һәм был, әлбиттә, юғары уҡыу йортона мәртәбә өҫтәй.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика