Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
79.15
0
91.84
0
62.51
+0.52
-17 °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
23 Октябрь 2012, 15:51

Павел Астахов Милана Скоробогатоваға Рәхмәт хаты тапшырҙы

Башҡортостанда Бала хоҡуҡтары буйынса вәкил Милана Скоробогатова Рәсәй Федерацияһында Бала хоҡуҡтары буйынса вәкил Павел Астаховтан Рәхмәт хаты алды. Балалар омбудсмены был наградаға юғары профессионализмы, әүҙем тормош позицияһы, балаларҙың хоҡуҡтарын һәм законлы мәнфәғәттәрен яҡлау мәсьәләләрен хәл иткәндә күрһәткән яуаплылығы өсөн лайыҡ булды.
Награданы тапшырыу тантанаһы Бала хоҡуҡтары буйынса вәкилдәрҙең VI съезында үтте. Сарала Рәсәйҙең 81 төбәгенән вәкилдәр ҡатнашты.
- Хеҙмәтемә юғары баһа алыу минең өсөн ҙур ҡыуаныс, был артабан да һөҙөмтәле эшләү өсөн яҡшы стимул булып тора, - тине Милана Скоробогатова.
Автор: Людмила Терновая
Читайте нас