06:10 (UTC+5), 23 Октябрь 2012

Баш ҡалала IV Бөтә Рәсәй социология конгресы асылды

Ғәлиә Нәбиева
Өфөнөң Конгресс-холында IV «Социология һәм йәмғиәт: глобаль талаптар һәм төбәктәр үҫеше» Бөтә Рәсәй социология конгресының икенсе этабы эшләй башланы. Унда Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов, БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев ҡатнаша.
Форумды ойоштороусылар булып Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте, Рәсәй социологтар йәмғиәте, Рәсәй Фәндәр академияһының Социология институты, Башҡортостан Республикаһының Фәндәр академияһы, төбәктең Социаль-сәйәси һәм хоҡуҡи тикшеренеүҙәр институты сығыш яһай. Конгреста Мәскәү, Санкт-Петербург ҡалалары һәм Рәсәй Федерацияһы субъекттарының алдынғы ғилми үҙәктәренән 500-ҙән ашыу ғалим ҡатнаша. Социологтар осрашыуына сит илдәрҙән, шул иҫәптән БДБ илдәре, Һиндостан, Бразилия, Вьетнам, Көньяҡ Африка Республикаһынан 20 вәкил килде.
Әлеге ваҡытта Конгресс-холда сараның пленар өлөшө бара. Төштән һуң форум эше сессиялар һәм түңәрәк өҫтәлдәр форматында дауам итә. 24 һәм 25 октябрҙә социологтарҙы сараларға бай эшлекле программа көтә.
Түңәрәк өҫтәлдәр артында ғалимдар йәмғиәттәге этник, демографик факторҙарҙы тикшерәсәк, төбәктәрҙе яңыртыу процестарында кеше мөмкинлектәренә һәм капиталына баһа бирәсәк. Айырым түңәрәк өҫтәл властың граждандар йәмғиәте менән үҙ-ара килешеп эш итеү мәсьәләләренә арналасаҡ.
Форум сиктәрендә «Рәсәйҙең һәм уның төбәктәренең социомәҙәни эволюцияһы мәсьәләләре» советы үтәсәк. Шулай уҡ Өфөнөң алдынғы юғары уҡыу йорттарында һәм ғилми-тикшеренеү институттары һәм үҙәктәрендә 20 түңәрәк өҫтәл, 11 ғилми сесия, 33 тематик секция, ике оҫталыҡ дәресе һәм инглиз телендә махус сессия ойоштороласаҡ.
1 из 6
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика