11:47 (UTC+5), 22 Октябрь 2012

Өфөлә Дим юл үткәргесендә транспорт хәрәкәте асылды

Әлфиә Шәрәфетдинова | фото: Андрей Старостин
Өфөнөң Дим районына ингән урында тимер юлдары аша һалынған автомобиль күпере 22 октябрҙә файҙаланыуға тапшырылды. Автотранспорт хәрәкәтен Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов асты.
— Бөгөн Дим юл үткәргесенең тәүге яртыһы файҙаланыуға тапшырылды. Был ғәйәт ҙур ҡоролманың икенсе сираты 2013 йылдың авгусына тапшырыласаҡ. Әлеге ҙур һәм киң юл оҙаҡ йылдарға транспорт хәрәкәте йәһәтенән Дим районының мәсьәләһен хәл итәсәк, - тип билдәләне Рөстәм Хәмитов.
Яңы юл үткәргес асыу – баш ҡала халҡы һәм ҡунаҡтары өсөн мөһим ваҡиға, сөнки уларға пик сәғәттәрендә Дим районына ингән һәм унан сыҡҡан урында тығындарҙа торорға тура килә.
Дим районының көнсығыш өлөшөндә юл үткәргес 2011 йылдың июлендә реконструкциялана башлай. Проект тимер юлдар аша күпер төҙөүҙе, ике километр оҙонлоҡта төп автомобиль юлын, шулай уҡ урындарҙа бәләкәй юлдар төҙөүҙе күҙ уңында тота. 2013 йылдың йәйендә объектты тулыһынса файҙаланыуға тапшырыу ҡаралған. Шулай уҡ киләһе йылға «Өфө-Дим» автомобиль юлын киңәйтеү планлаштырыла.
1 из 20
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика