11:02 (UTC+5), 19 Октября 2012

Өфөлә «Мин – йәш ғалим» бөтә Рәсәй форумы үтә

Эльмира Сабирова
М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында «Мин – йәш ғалим» бөтә Рәсәй форумы үтә. Сараға РФ юғары уҡыу йорттарынан студенттар, аспиранттар һәм тикшеренеүселәр йыйылды. Шулай уҡ форумда Мәскәү, Краснодар, Киев, Ҡаҙағстан, Польшанан билдәле ғалимдар ҡатнаша. Сара РФ Мәғариф һәм фән министрлығы ярҙамы менән ойошторола.
БДПУ ректоры Раил Әсәҙуллин билдәләүенсә, әлеге форум яңы идеяларҙы тормошҡа ашырыуға һәм сарала ҡатнашыусыларҙың белем кимәлен арттырыуға ыңғай йоғонто яһай.
Башҡортостандың Фәндәр академияһы вице-президенты Райхана Ҡунаҡова йәш коллегаларына мөрәжәғәт итеп, БР Фәндәр академияһының сағыштырмаса яңыраҡ, 1991 йылда, булдырылыуын иҫкә төшөрҙө. Төбәктең ғилми мөмкинлектәрен һаҡлап ҡалыу, нығытыу һәм үҫтереү уның төп маҡсатына әүерелде, тине ул.
— Бөгөн академия төрлө йүнәлештәр буйынса эшләй, беҙҙә ете бүлек бар һәм уларҙың һәр береһендә йәштәр өсөн юл асыҡ, - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Райхана Ҡунаҡова. – Фәндәр академияһында йәш ғалимдар берләшмәһе, фәнни-инновацион бүлек булдырылды, Территориаль инновациялар һәм Кластрелы үҫтереү үҙәктәре эшләй. Йәш ғалимдарға ярҙам итеү буйынса күп функциялы фәнни-техник үҙәк асыласаҡ.Йәш ғалимдар беҙгә үҙҙәренең идеялары менән килһә, хеҙмәткәрҙәребеҙ уларҙың идеяларын бизнес-проекттар булараҡ тормошҡа ашырырға, инвесторҙар табырға ярҙам итә.
Форумда йәш ғалимдарҙың инновация проекттары һәм ҡаҙаныштары күргәҙмәһе тәҡдим ителде. Унда ҡатнашыусылар һаны йылдан йыл арта. Күптәре абруйлы конкурстар һәм премиялар лауреаттары була. Йәштәр бындай конференциялар үткәреүҙе хуплай. Тәү сиратта улар өсөн тәжрибә уртаҡлашыу һәм фәнни карьера төҙөү серҙәренә төшөнөү мөһим.
Әлеге форумда асыҡланыуынса, йәш ғалимдар өсөн үҙҙәренең илендә яҡшы эш урыны табыу мөмкинлеге көнүҙәк мәсьәлә булып тора. Уларҙың күпселеге яҡшы, етеш тормош артынан ҡыуып, сит илгә киткеһе килмәй.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика