Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
81.14
0
92.22
0
67.96
+2.11
22+ °C
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
17 Октябрь 2012, 12:07

БДПУ ректоры «Ижтимағи электрон гәзит» уҡыусыларының һорауҙарына яуап бирә

17 октябрҙә «Ижтимағи электрон гәзит» (www.i-gazeta.com) сайтында М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты ректоры, педагогия фәндәре докторы, профессор, «Берҙәм Рәсәй» партияһы рәйесенең Башҡортостан төбәк йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәһе етәксеһе, республиканың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Раил Әсәҙуллиндың онлайн-конференцияһы бара.
Урындағы ваҡыт менән 11-ҙән 12-гә тиклем «Ижтимағи электрон гәзит» сайтына ингән һәр кеше, «Һорау бир!» бүлегендәге тейешле форманы тултырып, уға мөрәжәғәт итә ала. Төшкө 12-лә һорауҙар ҡабул итеү туҡтатыласаҡ.
Интернет ҡулланыусылар өсөн i-gazeta.com сайтынан видеотрансляция«Башинформсвязь» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең техник ярҙамында бойомға ашырыла.
Раил Әсәҙуллиндың интернет-берләшмә менән аралашыуы «Ижтимағи электрон гәзит» сайтында һәм «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының яңылыҡтар теҙмәһендә лә сағылыш табасаҡ.
Рендеринг һәм конвертациянан һуң «Ижтимағи электрон гәзит» сайтында онлайн-конференциянан тулы видеоотчет биреләсәк.
Автор:Сергей Захаров
Читайте нас: