Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
91.31
-0.38
98.47
-0.09
82.85
-0.48
12+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
15 Октябрь 2012, 18:16

Благовар районында экологик акция үтте

Благовар районының Ҡәнзәфәр бей исемендәге «Һарайлы» башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәге Мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре менән берлектә райондың Иҫке Уҫман ауылы эргәһендә урынлашҡан «Русбикә» шишмәһендә экологик өмә үткәрҙе. Сара тарихи урындарҙы һаҡлап ҡалыу маҡсатында ойошторолдо. Өмәлә ҡатнашыусылар әүҙем эшләне, шишмә һыуын сүп-сарҙан, япраҡтарҙан таҙартты.
Ҡәнзәфәр бей Ҡазандан алып ҡайтҡан архив документының бер пунктында билдәләнеүенсә, башҡорт егеттәре батшаға хеҙмәт итергә бурыслы булған. Бындай егеттәрҙең береһе хеҙмәттән рус ҡатыны менән ҡайтҡан. Риүәйәткә ярашлы, был ҡатын һәр ваҡыт ошо шишмәгә килгән, уны таҙартып торған, шифалы һыуын яратҡан. Шуға күрә шишмәгә «Русбикә» тигән исем биргәндәр.
Автор:Арина Рәхимҡолова
Читайте нас: