04:57 (UTC+5), 12 Октября 2012

Рөстәм Хәмитов күп балалы ғаиләләргә ер бүлеү мәсьәләләре буйынса кәңәшмә үткәрҙе

Ольга Мортазина | фото: Андрей Старостин
Республиканың ҙур ҡалалары ер ресурстарына ҡытлыҡ кисерә, ер бүлеүгә бюджеттан кәрәкле сумма йүнәлтелеүгә ҡарамаҫтан, ҡайһы бер райондарҙа участкалар бүленмәгән дә. Күп балалы һәм инвалид бала тәрбиәләгән ғаиләләргә ер льготалары тураһындағы законды тормошҡа ашырыуға бәйле мәсьәләләрҙе сити-менеджерҙар һәм ведомство башлыҡтары менән кәңәшмә барышында Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов билдәләне.
— Республикала өстән күберәк бала тәрбиәләгән – 35, инвалид бала тәрбиәләгән 13 ғаилә бар. Уларҙың өстән бер өлөшө ташламалар менән файҙаланырға әҙер, - тине Президент. – Участкаларҙы бүлеүгә быйыл 67 миллион һум аҡса бүленде, уларҙың ни бары 30 миллионы ғына ҡулланылған. Хакимиәт башлыҡтарының яй эшләүе һәм битарафлығы аптырауға һала. Был мәсьәләне ил Президенты һәм Хөкүмәт рәйесе контролдә тота, уны мин контролдә тотам, шуға закон талаптарын үтәү зарур, - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Рөстәм Хәмитов. - Әлбиттә, ер менән спекуляция ҡылыу осраҡтары ла булырға мөмкин, кемдер, бәлки, ерҙе уны артабан һатыу маҡсаты менән алалыр, әммә бәл икенсе мәсьәлә.
Ер бүлеүҙе оҙаҡҡа һуҙыу мәсьәләһен Өфө районы хакимиәте башлығы Рәшит Саттаров Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министрлығы тарафынан ваҡытында аҡса бүленмәү менән аңлатты һәм аҡса күсереүҙе тиҙләтеүҙе һораны. Ул ваҡытта йыл аҙағынаса барлыҡ күп балалы ғаиләләр ер менән тулыһынса тәьмин ителәсәк, тип ышандырҙы ул.
Ҙур һәм бәләкәй ҡалалар өсөн ер етешмәү етди проблемаға әүерелде. Стәрлетамаҡ районы Стәрлетамаҡ ҡалаһына 400 гектар бүлеп бирәсәк, тип хәбәр итте БР ер һәм мөлкәт министры Рәмил Исҡужин. Салауат ҡалаһына ярҙам күрһәтеү мәсьәләһе буйынса Мәләүез районы менән һөйләшеүҙәр алып барыла. Шулай уҡ Ағиҙел һәм башҡа ҡалалар ҙа бындай ярҙамға мохтаж. Әммә иң киҫкен хәл Өфөлә күҙәтелә.
— Ҡала округына 24 ауыл ҡарай, шулай ҙа ер етешмәй. Бөгөнгө көнгә Нуғайлыла – 36, Йылҡыбай, Федоровка, Самохваловка ауылдарында 1359 участка бүленгән. 3,5 кеше сиратта тора, шуға күрә тағы ла 433 гектар ер кәрәк, - тип хәбәр итте Өфө хакимиәте башлығы Ирек Ялалов.
Президент Өфөгә ярҙам итеүҙе өҫтөнлөклө бурыс тип атаны һәм участкаларҙы баш ҡала янындағы райондарҙан бүлеп бирергә ҡушты. Кәңәшмә һуңында законға бер аҙ үҙгәрештәр индерергә тигән ҡарар ҡабул ителде. Үҙгәрештәргә ярашлы, ҡалалар сиктәш райондарҙан ғына түгел, ә яҡында урынлашҡандарынан да ер ала аласаҡ.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика