08:28 (UTC+5), 12 Октября 2012

Өфөлә Волга буйы федераль округы нотариустары Советы ултырышы үтте

Сергей Захаров
Өфөнөң Конгресс-холында Волга буйы федераль округындағы Нотариаль палаталарҙың Координация-методик советы ултырышы үтте.
Унда ҡатнашыусылар васыят, ҡануниәт буйынса төрлө мөлкәт ҡабул итеп алыу мәсьәләләрен тикшерҙе. Шулай уҡ нотариаль эшмәкәрлеккә электрон документтар әйләнешен индереү мәсьәләһе иғтибар үҙәгендә булды.
Башҡортостандың Нотариаль палатаһы президенты Әлфиә Хәйҙәрова фекеренсә, яңы мәғлүмәт технологияларына күсеү мөһим мәсьәләләрҙең береһе булып тора.
— Әлеге ваҡытта күпселек нотариустарҙа электрон ҡултамға ҡуйыу программаһы булдырылған, улар әлеге программа менән эшләргә әҙер. Бынан тыш, шәхси эшҡыуарҙарҙы һәм юридик шәхестәрҙе теркәүгә документтар ҡабул итеүҙә нотариустар һалым органдары менән бергә электрон документтар әйләнешен үҫтерә, - тине республиканың баш нотариусы.
— Хәҙер нотариат яңы етди реформалар алдында тора, - тигән фекерен белдерҙе Рәсәй Юстиция министрлығының Башҡортостан буйынса Идаралығы начальнигы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Салауат Йәнтурин. – Һуңғы тапҡыр нотариат 1993 йылда реформалаштырылды. Әле, нотариатта шәхси практиканы тергеҙеү үҙен аҡланы, тигән һығымта яһарға була.
Уның билдәләүенсә, ғәмәлдәге ҡануниәт нотариустарҙың мөмкинлектәре менән тулы кимәлдә файҙаланмай. Әммә алдағы реформа был мөмкинлектәрҙе тулыһынса аса ала. Реформа нотариустар ролен көсәйтеүҙе, уларға яңы вәкәләттәр тапшырыуҙы һәм башҡа үҙгәрештәрҙе күҙ уңында тота.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика