Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
77.8
+0.19
90.75
+0.44
62.51
+0.52
-11 °C
Болотло
Баш
Рус
Eng
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
12 Октябрь 2012, 10:20
«Байтул мал» фонды Өфөнөң балалар йортонда музей ойошторасаҡ
Өфөнөң 9-сы балалар йортонда ғәҙәти булмаған музей булдырыласаҡ. 20-се быуат әйберҙәре уның экспонаттары буласаҡ. Бындай идея менән «Байтул мал» фонды сығыш яһаны.
Музей өсөн экспонаттар ярты йыл самаһы йыйыла инде, әммә шулай ҙа бөгөнгө көнгә улар етерлек кимәлдә түгел. Фонд директоры Артур Насибуллов «Башинформ» агентлығы аша өфөлөләргә был эштә ярҙам итеүҙәрен һорап мөрәжәғәт итә. Музей өсөн совет осорондағы әйберҙәр (көнкүреш техникаһы, һауыт-һаба һәм башҡалар) ҡабул ителә. Өҫтәмә мәғлүмәт алыу өсөн Өфө ҡалаһы, Менделеев урамы, 221/1 адресы буйынса Фондҡа мөрәжәғәт итергә була. Белешмәләр өсөн телефон - 275-95-09.
Автор:
Арина Рәхимҡолова
Теги:
хәйриә
«байтул мал» фонды
Читайте нас