Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
81.14
-0.88
92.22
-1.03
67.96
+2.11
23+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
10 Октябрь 2012, 12:23

Төбәктең баш санитар табибы «Ижтимағи электрон гәзит» уҡыусыларының һорауҙарына яуап бирә

10 октябрҙә «Ижтимағи электрон гәзит» (www.i-gazeta.com) сайтында Ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау һәм кеше именлеге өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы етәксеһе, республиканың баш санитар табибы Евгений Степановтың онлайн-конференцияһы бара.
Урындағы ваҡыт менән 11-ҙән 12-гә тиклем «Ижтимағи электрон гәзит» сайтына ингән һәр кеше, «Һорау бир!» бүлегендәге тейешле форманы тултырып, уға мөрәжәғәт итә ала. Төшкө 12-лә һорауҙар ҡабул итеү туҡтатыласаҡ.
Интернет ҡулланыусылар өсөн i-gazeta.com сайтынан видеотрансляция«Башинформсвязь» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең техник ярҙамында бойомға ашырыла.
Евгений Степановтың интернет-берләшмә менән аралашыуы «Ижтимағи электрон гәзит» сайтында һәм «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының яңылыҡтар теҙмәһендә лә сағылыш табасаҡ.
Рендеринг һәм конвертациянан һуң «Ижтимағи электрон гәзит» сайтында онлайн-конференциянан тулы видеоотчет биреләсәк.
Автор:Сергей Захаров | фото: Андрей Старостин
Читайте нас: