07:11 (UTC+5), 10 Октябрь 2012

Рөстәм Хәмитов Башҡортостан мәғарифында сығымдарҙы оптималләштереү буйынса кәңәшмә үткәрҙе

Сергей Захаров | фото: Олег Яровиков
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Республика йортонда мәғариф системаһын яңыртыу һәм ундағы һөҙөмтәһеҙ сығымдарҙы кәметеү мәсьәләләре буйынса кәңәшмә үткәрҙе. Унда финанслауҙы оптималләштереү юлдары, шулай уҡ уҡытыусыларға эш хаҡын арттырыу мәсьәләһе тикшерелде.
— Мәғариф өлкәһендәге барлыҡ ваҡиғаларҙы халыҡ күҙәтеп бара. Уҡыу йорттарындағы үҙгәрештәрҙе улар киҫкен ҡабул итә. Бихисап хаттар килә. Әйткәндәй, был хәлде аңлауҙы белдергән хаттар ҙа бар. Шулай уҡ ҡайһы бер ата-әсәләр балаларын әҙ комплектлы мәктәптән етди, яҡшы мәктәпкә күсереүҙәренә ҡәнәғәтлек белдерә. Бала сифатлы белем ала, яҡшы коллективҡа эләгеп, асыла башлай. Беҙҙең алда механик рәүештә мәктәптәрҙе һәм уҡытыусыларҙы ҡыҫҡартыу маҡсаты юҡ. Беҙ мәғариф системаһына сығымдарҙы оптималләштерергә бурыслы, - тип билдәләне республика башлығы.
Кәңәшмәнең тулы стенограммаһы Башҡортостан Республикаһы Президентының рәсми сайтында урынлаштырылған.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика