Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
78.19
+0.39
90.79
+0.05
62.51
+0.52
-7 °C
Ҡар
Баш
Рус
Eng
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
8 Октябрь 2012, 15:34
Төбәктең өс юғары уҡыу йорто һәләтле йәштәргә ярҙам итеүгә федераль гранттар аласаҡ
«Инновацион Рәсәйҙең фәнни һәм фәнни-педагогик кадрҙары» федераль маҡсатлы программаһы сиктәрендә студенттарҙың конструкторҙар бюроһын һәм уға оҡшаш башҡа йәмәғәт ойошмаларын үҫтереү программаларын әҙерләү һәм уларҙы тормошҡа ашырыу буйынса проекттар конкурсы һөҙөмтәләренә ярашлы, Башҡорт дәүләт университеты, М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты һәм Өфө дәүләт нефть техник университеты еңеүселәр иҫәбенә инде.
Бәйгене ойоштороусы булып РФ Мәғариф һәм фән министрлығы сығыш яһаны. Һәләтле йәштәрҙең фәнни-техник ижадын асыҡлау, уларға ярҙам итеү системаһын әүҙемләштереүгә булышлыҡ итеү конкурстың төп маҡсаты булып тора.
Проекттар конкурсында Рәсәй Федерацияһының 157 юғары уҡыу йорто ҡатнашты. Еңеүселәр үҙҙәренең программаларын тормошҡа ашырыуға РФ Мәғариф һәм фән министрлығынан гранттар аласаҡ. Был аҡсаға студенттарҙың конструкторҙар бюроһын һәм уға оҡшаш структураларҙы үҫтереү өсөн ҡорамалдар һатып алынасаҡ.
Бәйге тураһында тулыраҡ мәғлүмәт Студенттарҙың конструкторҙар бюроһын һәм уға оҡшаш башҡа йәмәғәт ойошмаларын үҫтереү программаһы
сайтында
урынлаштырылған.
Автор:
Эльмира Сабирова
Теги:
конкурстар
юғары уҡыу йорттары
Читайте нас