05:48 (UTC+5), 27 Сентября 2012

Республика Президенты «Йәшел сауҡалыҡ» шифаханаһын реконструкциялау барышы менән танышты

Эльмира Сабирова | фото: Андрей Старостин
Өфөнөң «Йәшел сауҡалыҡ» шифаханаһында корпустарҙы һәм административ биналарҙы реконструкциялау дауам итә. Объекттағы эш барышы менән Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов танышты.
Атап әйткәндә, республика башлығы быйыл асылған йоҡо корпусын ҡараны, ул 56 урынға иҫәпләнгән. Йәмғеһе дүрт йоҡо корпусы бер юлы 650 кешене ҡабул итә ала.
— Бөгөнгө көндә беҙҙә 450 кеше сәләмәтлеген нығыта, уларҙың 90-дан ашыуы – пенсионерҙар, - тине Президент менән әңгәмәләшеү барышында шифахана директоры Рәмил Бәҙретдинов.
Әлеге ваҡытта өсөнсө корпуста ремонт эштәре тамамлана, төҙөүселәр уны октябрь аҙағында файҙаланыуға тапшырырға ниәтләй.
Рөстәм Хәмитов путевкалар хаҡы менән ҡыҙыҡһынды.
— Хаҡтар тәүлегенә уртаса 2,5 мең һумдан алып тәшкил итә, бының иҫәбенә туҡланыу һәм дауаланыу инә. Әммә хаҡтар төрлө финанс мөмкинлектәргә иҫәпләнгән һәм бүлмәләрҙең категорияһына ҡарай, - тине Рәмил Бәҙретдинов. – Люкс бүлмәлә йәшәү 3,5-4 мең һум торасаҡ. Әммә беҙҙә ташламалар системаһы ла булдырылған.
— Хаҡтар арзан булырға тейеш, - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Президент.
Шифаханала ял итеүселәр менән әңгәмә барышында Рөстәм Хәмитов бында йәшәү шарттары, туҡланыу һәм дауаланыу хаҡында ҡыҙыҡһынды. Шифахана ҡунаҡтары, ә улар араһында күрше төбәктәрҙән дә ял итеүселәр бар, ойоштороу кимәлен юғары баһаланы.
Артабан республика башлығы яңы дауалау-диагностика корпусында булды, унда эстетик медицина һәм косметология үҙәге лә урынлашҡан. Был хеҙмәттәр, Рәмил Бәҙретдинов һүҙҙәренсә, ял итеүселәр араһында ҙур һорау менән файҙалана.
Шифахана етәксеһе бында ғаилә менән ял итеү өсөн ысын курорт булдырырға планлаштыра.
— Реконструкциянан һуң ете яңы бүлек асылды, заманса медицина ҡорамалдары һатып алынды, шулай уҡ яңы программалар әҙерләнде. Бынан тыш, яйлап инженер коммуникацияларын алмаштырабыҙ, территорияны төҙөкләндерәбеҙ, балалар майҙансыҡтарын булдырырға планлаштырабыҙ. Алдағы йылда ҡышҡы Халыҡ-ара балалар уйындарында ҡатнашыусыларҙы ҡабул итергә әҙерләнәбеҙ, шуға күрә тейешле шарттар булдырыу зарур. Корпустар, бүлмәләр халыҡ-ара стандарттарға тап килергә тейеш, - тине Рәмил Бәҙретдинов.
1 из 20
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика