05:29 (UTC+5), 25 Сентября 2012

Лимма Сержанина «Рәсәйҙең йыл уҡытыусыһы – 2012» конкурсында Башҡортостан исеменән сығыш яһаясаҡ

Эльмира Сабирова
Өфөләге 107-се лицейҙың башланғыс кластар уҡытыусыһы Лимма Сержанина «Рәсәйҙең йыл уҡытыусыһы – 2012» конкурсының аҙаҡҡы этабында Башҡортостан исеменән сығыш яһаясаҡ. Ағымдағы йылда ул педагогик оҫталыҡ республика конкурсында абсолют еңеүсе булды.
Лимма Сержанина 12 йыл ғүмерен балаларға белем биреүгә арнаған. Эксперттар һәм жюри ағзалары фекеренсә, уның ҡала һәм республика конкурстарында тәҡдим ителгән дәрестәре, методик эшләнмәләре һәм оҫталыҡ дәрестәре уҡытыусының юғары профессионализмы хаҡында һөйләй. Уҡытыу процесында Лимма Сержанина заманса технологиялар ҡуллана, прогрессив мәғариф стандарттары буйынса эшләй.
Өҫтәп үтәйек, «Рәсәйҙең йыл уҡытыусыһы» конкурсы быйыл Липецк ҡалаһында – былтырғы еңеүсе, биология һәм тәбиғәт уҡытыусыһы Алексей Овчинниковтың тыуған яғында үтә.
Бәйгелә илдең барлыҡ төбәктәренән тиерлек 77 педагог ҡатнашасаҡ.
28 сентябрҙә конкурстың беренсе туры һөҙөмтәләре иғлан ителә. 1 октябрҙә Мәскәү дәүләт университеты ректоры Виктор Садовничий рәйеслегендәге жюри биш лауреатты һәм төп приз - «Ҙур гәлсәр пеликан»ға эйә булған еңеүсене билдәләй. Уҡытыусылар көнө адынан – 3 октябрҙә Мәскәүҙә еңеүселәрҙе тәбрикләү тантанаһы үтә.
1 из 2
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика