12:34 (UTC+5), 24 Сентября 2012

Башҡортостан вәкилдәре Төркиәлә шиғриәт фестивалендә ҡатнашты

Алик Шакиров
17-22 сентябрҙә Төркиәнең Тарсус ҡалаһында XI «Шиир Акшамлари» (Шиғриәт кистәре) халыҡ-ара фестивале үтте. Сара билдәле төрөк ашуғы Карасаоглан иҫтәлегенә арналды. Биш көн рәттән ҡала халҡы һәм ҡунаҡтары бик матур Шаалале шарлауығы эргәһендә урынлашҡан асыҡ майҙанда һүҙ оҫталарының ижадын тыңлап кинәнде. Форумда Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан, Ҡырым, Төркиә, Татарстан, Кипр, Молдавия, Үзбәкстан, Әзербайжан, Болгария һәм башҡа илдәрҙән шағирҙар һәм ашуғтар ҡатнашты. Башҡортостан исеменән БР Яҙыусылар союзы рәйесе Риф Тойғон һәм билдәле сәсәниә, шағир-импровизатор, филология фәндәре докторы, Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының ғилми хеҙмәткәре Розалия Солтангәрәева сығыш яһаны.
Риф Тойғон уҡып ишеттергән шиғыр тамашасы күңеленә хуш килде. Ә Розалия Солтангәрәеваның сағыу, эмоциональ көслө сығышы барыһына ла ныҡ тәьҫир итте. Сәсәниә шунда уҡ халыҡ-ара халыҡ шиғриәте һәм ижад итеү сәнғәте форумдарында ҡатнашыуға бер нисә саҡырыу алды. «Розалия ханым фестивалдең асышы булды», - тине сараны ойоштороусы – Төркиәнең билдәле шағиры Кудрет Оийон. Форум аҙағында барлыҡ ҡатнашыусыларға Рәхмәт хаттары һәм бронза статуэткалар тапшырылды.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика