13:12 (UTC+5), 18 Сентября 2012

Өфөлә «Йәштәргә - эш!» акцияһы үтәсәк

Эльмира Сабирова
«Йәштәргә - эш!» республика акцияһының икенсе этабы кесе йома, 20 сентябрҙә, Йәштәр һарайында үтә. Сараны ойоштороусылар булып БР Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы, Республика йәштәр мәшғүллегенә булышлыҡ итеү үҙәге, БР Халыҡ мәшғүллеге дәүләт хеҙмәте идаралығы һәм Башҡорт дәүләт аграр университеты сығыш яһай.
БР йәштәр сәйәсәте һәм спорт министры урынбаҫары Руслан Ғизәтуллин һүҙҙәренсә, йәрминкә эш тәҡдим итеүселәр һәм шулай уҡ эш эҙләгән йәштәр араһында ла ҙур һорау менән файҙалана. Йәштәргә улар яҡшы эш табырға мөмкинлек бирә, ә эш тәҡдим итеүселәргә квалификациялы белгестәр йәлеп итергә ярҙам итә.
Быйыл үҙенең вакансияларын баш ҡаланың 50-гә яҡын предприятиеһы һәм ойошмаһы тәҡдим итәсәк. Сарала 500-ҙән ашыу йәш кешенең ҡатнашыуы көтөлә, тип хәбәр иттеләр БР Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығынан.
Башлана – 15 сәғәттә.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика