05:01 (UTC+5), 14 Сентября 2012

«Туғанлыҡ» фестивалендә Стәрлетамаҡ драма театры Гран-при яуланы

Розалия Вәлиева | фото: Олег Яровиков
Флорид Бүләков пьесаһы буйынса ҡуйылған «Мәскәү-Васютки» спектакле «Туғанлыҡ» фестивалендә иң яҡшы спектакль тип танылды. Төп ролде башҡарыусы - Стәрлетамаҡ дәүләт башҡорт драма театры артисы Филарит Бакиров «Иң яҡшы ир-егет роле өсөн» призына лайыҡ булды.
— Награда минең өсөн көтөлмәгәнлек булды, - тине спектакль режиссеры Азат Йыһаншин. – Беҙ конкурста ҡунаҡ булараҡ ҡына ҡатнашырға планлаштырғайныҡ. Бер актлы, бәләкәй формалы спектаклдәр өсөн айырым фестивалдәр бар. Әммә жюри ағзалары спектаклде ҡарағандан һуң, уны конкурс программаһына индерергә тигән ҡарар ҡабул итте. Көтөлмәгән был еңеүгә оҙаҡ әҙерләндек: төндәр буйы йоҡламаныҡ, уйландыҡ, фекер алыштыҡ. Спектаклдең командаһы көслө: ысын актерҙар – БР халыҡ артистары Ниса һәм Филарит Бакировтар, ҡуйыусы рәссам Альберт Нестеров. Награда тәү сиратта уларҙың хеҙмәтенә лайыҡлы баһа булып тора. Пьеса авторы, минең яратҡан драматургым Флорид Бүләков та спектаклгә уңыш килтерҙе. Ул бик ябай яҙа, әммә был ябай һүҙҙәр артында төплө эстәлек ята. Киләсәктә лә театрҙа уның әҫәрҙәрен сәхнәләштерербеҙ, тип ышанам.
1 из 18
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика