12:27 (UTC+5), 13 Сентябрь 2012

Башҡортостанда йәш журналистар фестивале үтә

Әлфиә Шәрәфетдинова
Башҡортостандың йәш журналистары фестивале 13 сентябрҙә Иглин районында старт алды. Туғыҙынсы тапҡыр үткәрелгән форумдың ойоштороусыһы булып БР Журналистар союзы сығыш яһай.
Төбәк киң мәғлүмәт сараларының 35 йәшкә тиклемге 60-ҡа яҡын вәкиле сәләмәтләндереү-күңел асыу комплекстарының береһендә йыйылды. Сарала ҡатнашыусылар өсөн лекциялар, семинарҙар, оҫталыҡ дәрестәре ойоштороласаҡ.
— Беренселәрҙән булып йәш журналистар алдында «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының баш мөхәррире Шамил Вәлиев сығыш яһаны. Хеҙмәттәштәренең иғтибарына ул «Хәҙерге заман журналистикаһының мультимедиялы булыуы» темаһына сығышын тәҡдим итте. Сарала шулай уҡ «Башҡортостан Республикаһының Блогерҙар мәктәбе» етәксеһе Евгения Куцуева сығыш яһаны. Йәш блогерҙар өсөн ул оҫталыҡ дәресен үткәрҙе, - тип һөйләне БР Журналистар союзының яуаплы секретары Марат Саттаров.
Шулай уҡ әлеге фестиваль сиктәрендә ҡәләм тибрәтеүсе һәм фотоға төшөрөүсе хәбәрселәр өсөн ике һөнәри конкурс ойошторола.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика