Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
91.82
0
98.95
0
82.84
+0.05
11+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
11 Сентябрь 2012, 12:00

Шереметьево аэропортында Паралимпиада-2012 геройҙарын ҡаршы алдылар

Көн элгәре Мәскәүҙең Шереметьево аэропортына Лондондан ике рейс менән Рәсәйҙең паралимпиясылар йыйылма командаһы, шул иҫәптән Башҡортостан спортсылары килеп төштө. Йәйге Паралимпия уйындарынан Рәсәй спортсылары 36 алтын, 38 көмөш һәм 28 бронза миҙалға эйә булып, дөйөм команда иҫәбендә икенсе урын яулап ҡайтты. Башҡортостан вәкилдәре Рәсәй командалары араһында алтын миҙалдар һаны буйынса (12 миҙал) – беренсе, ә дөйөм призлы наградалар һаны буйынса – Мәскәү командаһынан ҡала икенсе булды. 2008 йылда Пекинда үткән Паралимпиадала улар туғыҙ миҙал (4 «алтын» һәм 5 «бронза») яулағайны.
Паралимпиясыларҙы ҡаршы алырға аэропортҡа Рәсәй Паралимпия комитеты президенты, кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил Владимир Лукин, Рәсәйҙең спорт министры урынбаҫарҙары Павел Новиков, Сергей Шелпаков, бер нисә төбәктең спорт министрлыҡтары вәкилдәре һәм башҡа рәсми кешеләр килде. Шулай уҡ Рәсәй спортсыларын сәскәләр, байраҡтар һәм алҡыштар менән туғандары, хеҙмәттәштәре, көйәрмәндәре ҡаршыланы. Башҡортостан вәкилдәрен республиканың РФ Президенты янындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиллеге хеҙмәткәрҙәре, шулай уҡ Мәскәү юғары уҡыу йорттарында белем алған Башҡортостан студенттары сәләмләне.
Спортсылар бындай йылы ҡаршы алыуға бик ҡыуанды. 2012 йылғы Паралимпиадала биш тапҡыр еңеүсе Оксана Савченко Башҡортостан етәкселегенә айырыуса рәхмәтен белдерҙе: «Республика Президенты Рөстәм Хәмитов хәстәрлек күрһәтеп, ярыштар дауамында ике тапҡыр шылтыратты, уйындар барышы менән ҡыҙыҡһынды. Бындай әхлаҡи ярҙам беҙҙең барыбыҙҙы ла еңеүҙәргә илһамландырҙы. Хәҙер иһә, үҙ мөмкинлектәребеҙҙе күрһәткәндән һуң, һаулыҡ мөмкинлектәре сикле булған башҡа кешеләр ҙә үҙ тормоштарын ҡайтанан ҡарап сығып, үҙҙәрендә яңы мөмкинлектәр асырға тырышасаҡ, спорт менән шөғөлләнеүгә һәләттәрен үҫтерәсәк, тип ышанам», — тине Оксана.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, наградалар һаны һәм сифаты буйынса Оксана Савченко Рәсәй йыйылма командаһының иң яҡшы спортсыһы тип танылды. Барлыҡ биш дистанцияла ла еңеү яулап, ул дүрт донъя рекорды ҡуйҙы. Икенсе урында – еңел атлет Маргарита Гончарова (өс алтын һәм бер көмөш миҙал), өсөнсөлә – шулай уҡ еңел атлеттар Елена Иванова һәм Евгений Швецов (өсөшәр алтын миҙал).
Бөгөн, 11 сентябрҙә, паралимпиясыларҙы Кремлдә ҡабул итәләр. РФ Президенты Владимир Путин һәм РФ Президенты Хакимиәте етәксеһе Сергей Иванов еңеүселәргә наградалар тапшырасаҡ. Ә 12 сентябргә ҡарай төндә спортсылар самолет менән Өфөгә ҡайтасаҡ.
Автор:Гөлсәсәк Ханнанова
Читайте нас: