11:42 (UTC+5), 11 Сентября 2012

Рәсәй Президенты Владимир Путин Паралимпиада-2012 геройҙарын наградланы

Дмитрий Слезин
Рәсәй Президенты Владимир Путин Лондонда 2012 йылғы Паралимпия уйындарында алтын миҙал яулаған спортсыларға дәүләт наградалары тапшырҙы. Тантаналы сара Ҙур Кремль һарайының Александр залында үтте.
Почет ордендары менән – 5 спортсы, Дуҫлыҡ ордендары менән 37 атлет наградланды.
Рәсәй йыйылма командаһы дөйөм команда иҫәбендә икенсе урын яулап, Паралимпия уйындарында сығыш яһау тарихында иң яҡшы һөҙөмтәгә иреште. Рәсәй спортсылары 102 награда – 36 алтын, 38 көмөш һәм 28 бронза миҙал яуланы, йөҙөү һәм еңел атлетика буйынса 14 донъя рекорды ҡуйҙы.
Наградланыусылар араһында – Башҡортостан вәкилдәре: Паралимпиада уйындарының йөҙөү буйынса биш тапҡыр чемпионы Оксана Савченко, еңел атлетика буйынса ике тапҡыр чемпион Алексей Лабзин, шулай уҡ йөҙөүселәр Александр Неволин-Светов, Михаил Зимин, еңел атлеттар Андрей Коптев, Елена Паутова, Анастасия Овсянникова.
Александр Неволин-Светов, Елена Паутова һәм Алексей Лабзин – Почет орденына, Оксана Савчено Дуҫлыҡ орденына лайыҡ булды.
— Яңыраҡ ҡына беҙҙең йыйылма команданы Лондонға оҙатҡайныҡ, хәҙер спортсыларыбыҙҙы бик шәп уңыштар менән ҡотлар өсөн йәнә Кремлдә осрашабыҙ, - тине Владимир Путин. – Был ҡыҫҡа ваҡыт эсендә һеҙҙең тормошоғоҙҙа, шулай уҡ бөтә донъя спорт һөйөүселәренең тормошонда бихисап сағыу ваҡиғалар булды.
Лондонда XIV Паралимпия уйындарында бик яҡшы сығыш яһауығыҙ менән тағы ла бер тапҡыр ҡотлайым. Ысын еңеүсе булырға теләк һәм ынтылыш күрһәтеп, беҙҙең йыйылма команданы паралимпия спорты лидерҙары кимәленә сығарҙығыҙ, - тине Президент.
Бынан алда бронза һәм көмөш призерҙарҙы РФ Президенты Хакимиәте башлығы Сергей Иванов ҡотланы. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостан вәкилдәре Александр Неволин-Светов – өс, Алексей Лабзин һәм Анна Сорокина берәр көмөш миҙал яуланы.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика