11:57 (UTC+5), 10 Сентября 2012

Республикала «Кушнаренко таңдары» фестиваль-конкурсы үтәсәк

Розалия Вәлиева
«Кушнаренко таңдары» республика фольклор ижады фестиваль-конкурсының һуңғы этабы 21-22 сентябрҙә Кушнаренко ауылында үтә, тип хәбәр иттеләр Республика халыҡ ижады үҙәгенән. Бәйгенең һайлап алыу этабы Башҡортостан ҡала һәм райондарында үтте.
— Һуңғы этапта иң яҡшы коллектив исеме өсөн Ҡыйғы, Благовар, Ҡариҙел, Дәүләкән, Стәрлетамаҡ, Хәйбулла, Саҡмағош һәм Дүртөйлө райондары вәкилдәре көс һынашасаҡ, - тип хәбәр итте «Башинформ» агентлығына Кушнаренко районы хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге белгесе Линура Сәлимова. – Еңеүселәр түбәндәге номинацияларҙа билдәләнәсәк: «Иң яҡшы хореография фольклор коллективы», «Иң яҡшы вокаль фольклор коллективы», «Иң яҡшы инструменталь фольклор коллективы», «Иң яҡшы этнографик фольклор коллективы». Фестиваль-конкурс һөҙөмтәләре буйынса I, II, III дәрәжә лауреат исемдәре бирелә.
«Кушнаренко таңдары» республика фольклор ижады фестиваль-конкурсында ҡатнашыуға заявкалар 2012 йылдың 19 сентябренә тиклем ҡабул ителә.
Фестиваль Кушнаренко ауылының мәҙәниәт йортонда – 21 сентябрҙә 17 сәғәттә, гала-концерт 22 сентябрҙә 16 сәғәттә башлана.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика